-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2017, 16:58

«Уларҙы яратып тәрбиәләргә кәрәк», -

- Коллективыбыҙҙа барыһы ла эшһөйәр һәм яуаплылар. Ҡайһыһы хаҡында яҙһағыҙ ҙа була, яңылышмаҫһығыҙ. Ниңә нәҡ минең турала яҙырға булдығыҙ?

- Коллективыбыҙҙа барыһы ла эшһөйәр һәм яуаплылар. Ҡайһыһы хаҡында яҙһағыҙ ҙа була, яңылышмаҫһығыҙ. Ниңә нәҡ минең турала яҙырға булдығыҙ? –тип оялып ҡына өндәште әңгәмәләшсем. Татьяна Анатольевна Закурдаева менән осрашыуға уның быйылғы эш һөҙөмтәләре буйынса БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүе сәбәпсе булды.

Һәр кешенең яҙмышы үҙенсә, бына ул да мәктәпте тамамлағас, медицина буйынса уҡырға киткән. Салауат ҡалаһы поликлиникаһында 10 йыл эшләгән. Ғаилә хәле буйынса Татьяна Анатольевнаға яратҡан эшен ҡалдырып, Златоусҡа күсенеп ҡайтырға тура килгән. Бында ул фермаға һауынсы булып эшкә урынлашҡан һәм бөгөнгәсә- 25 йыл инде шунда эшләй.

- Яңы һөнәрҙе үҙләштереү ауыр булманы. Өҫтәүенә, ул миңә бәләкәйҙән таныш, мин Поляковка ауылында тыуып үҫтем. Тәүҙә һауын аппараты менән эш итергә апайым Гнездилова Марья Никитична өйрәтте. Башҡа һауынсылар ҙа ярҙамдарынан ҡалдырманы, барыһына ла рәхмәтлемен, - тип дауам итте Татьяна Анатольевна.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: