+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2017, 16:54

Техниканың төҙөк булыуы яҡшы

Ауыл хужалығы предприятиеларындағы бөтә эштәр ҙә машиналар, тракторҙар һәм комбайндар ярҙамында башҡарыла. Баҫыуға сығыр алдынан уларҙы яҡшылап ремонтламаһаң, нәҡ кәрәк ваҡытта ватылыуҙарын көт тә тор. Әммә техникаһы өсөн тыныс булған хужалыҡтар ҙа юҡ түгел, “Нива” йәмғиәте лә шулар иҫәбендә.

Ике йыл машина-тракторҙар оҫтаханалары мөдире Николай Подпорин техниканың ремонтлауҙы ойоштора. Механизаторҙарҙың тракторҙарына кәрәкле деталдәрҙе асыҡлап, улар менән тәьмин итеү уның бурыстарына инә. Машина-тракторҙар оҫтаханалары мөдире менән МТМ территорияһында осраштыҡ һәм ремонт бригадаһының ентекле эшләүе арҡаһында “Нива” йәмғиәтендәге ҡеүәтле техниканың ҡышҡа әҙерләп ҡуйылыуы хаҡында белдек.

Ул Яңы Софиевка ауылында тыуып үҫкән. Тыуған яғын яратҡан һәм армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң ауыл хужалығында эшләргә ҡалырға булған. Бала сағынан техника менән мауыҡҡан егет МТЗ-82 тракторына ултырған. Механизатор тәүҙә көнбағыш сәскән, рәт-ара эшкәртеү алып барған. Мал аҙығы әҙерләгәндә пресс-йыйғыс менән идара иткән. Ҡышын малсылыҡта эшләгән- мал аҙығы таратҡан.

Николайҙың һөнәри бурыстарына етди ҡарашын күреп, “Нива” йәмғиәте етәкселеге уға тағы ла яуаплыраҡ эш тапшырған. Бында ла баҫалҡы, эшһөйәр егет коллектив йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгән. Намыҫлылығы һәм тырышлығы өсөн машина-тракторҙар оҫтаханаһы мөдире Н.А. Подпоринға район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылған. Был тырыш егет әйтеүенсә, уның өсөн иң мөһиме- баҫыуҙа техниканың ватылмайынса эшләүе.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: