+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2017, 12:09

Бензин күпме тора?

Эш хаҡы тиҙерәк артамы, әллә бензиндыҡымы?

Яңы йылға әҙерләнеү менән бер рәттән водителдәр бензинға хаҡтар артыу тураһындағы сираттағы хәбәрҙәр хаҡында йәнле һөйләшә. Һуңғы ваҡытта АЗС таблоһында яҙылған һандар өс тапҡыр үҙгәрҙе.

Быға сик ҡуйыласаҡмы? Водитель нимә уйлай? Автомобилселәрҙе киләһе йылда нимә көтә?

Ринат, һөнәрмән водитель:

-Быға мин кире ҡараштамын. Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт нимәлер эшләргә тырыша, тиҙәр, әлегә һөҙөмтәһе күренмәй. Быны юғарыла ҙур вәғәҙәләр бирһәләр ҙә, властың бер ни эшләмәүе арҡаһында, тип уйлайым. Халыҡ- иң беренсе зыян күреүсе.

Володя, 30 йылдан ашыу водитель стажы бар:

-Декабрҙә дүртенсегә хаҡтарҙы арттырырға планлаштыралар. Нимә инде был? Кем быны күҙәтергә тейеш? Һуңғы һигеҙ йылда миңә эш хаҡын бер мәртәбә арттырҙылар! Йәнә 4% -ҡа арттырырға вәғәҙә итәләр, минең эш хаҡымдан сығып, ул 1 айға 10 литр бензин тигәнде аңлата. Асыуымдың ҡабарыуының сиге юҡ! Водителдәрҙең автотранспорт хәрәкәтен ябыу акцияһына ҡушылам.

Марсель, һөнәрмән водитель:

-Быға негатив ҡарашта булһам да, быны туҡтатыуы мөмкин түгел, тип уйлайым. Сөнки яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуы автохеҙмәттәргә лә хаҡтарҙың күтәрелеүенә килтерәсәк, шулай булғас, аҙыҡ-түлеккә, көндәлек тауарҙарға ла хаҡтарҙың артыуын көтөргә инде.

Женя, һөнәрмән водитель:

-Бының менән килешә алмайым. Хаҡтар арта, әммә бензиндың сифаты яҡшырмай, ниндәй насар булған, шулай ҡала килә. Ҡәнәғәтһеҙлек белдергән водителдәр менән килешәм. Бәлки, шунан һуң властар быға иғтибар бирер?

Фәнис, водитель стажы 32 йыл:

-Президентыбыҙ журналистар менән осрашыуында Саакашвилиҙың ҡыланыштарын “ике ил халҡының йөҙөнә төкөрөү” тип атаны. Бензинға хаҡтарҙың артыуын олигархтарҙың 120-нән ашыу милләт халҡының йөҙөнә төкөрөү, тип һанайым. Факт буйынса бензин бөтә Рәсәй халҡыныҡы булған нефттән эшкәртелә.

“АЗС Salavat йәмғиәте” берәмләп һатыу селтәре АЗС хеҙмәткәре:

-15 ноябрҙә бензинға хаҡтар беренсегә артты, ә 9 һәм14 декабрҙә 10 һәм 20 тингә йәнә артты. Эйе, бер айға өс тапҡыр. Беҙ клиенттарыбыҙҙы дисконт карталар, ташламалар менән һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Хаҡтарҙы беҙ ҡуймайбыҙ, шуға ла киләһе йылға фаразлай алмайбыҙ.

Гәрәй ХӘЛИТОВ әҙерләне.
Читайте нас: