+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2017, 12:11

Эшһөйәр ҡатын ауыл тормошон ярата

Фотолағы сибәр, мөләйем ҡатын- Юлдаш ауылынан Мырҙабаева Вәлимә Сәғит ҡыҙы. Ниңә уның хаҡында яҙырға булған икән, тип һорарһығыҙ. Эшһөйәрлеге, тырышлығы, ауырлыҡтарҙы еңә белеүе, көслө рухлы булыуы менән йәлеп итте ул мине.

Фотолағы сибәр, мөләйем ҡатын- Юлдаш ауылынан Мырҙабаева Вәлимә Сәғит ҡыҙы. Ниңә уның хаҡында яҙырға булған икән, тип һорарһығыҙ. Эшһөйәрлеге, тырышлығы, ауырлыҡтарҙы еңә белеүе, көслө рухлы булыуы менән йәлеп итте ул мине.

Ул ябай ауыл ҡатыны, ире Динислам менән дүрт балаға ғүмер биреп тәрбиәләгәндәр. Бәхетле ғаилә булған- бәхет тулы өйҙәре, балалары бәләкәй уңыштары менән ҡыуандырып тора, аҙбар тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Тик һигеҙ йыл элек ғаилә башлығы Динислам ағай ауырып, вафат булған. Бөтә мәшәҡәттәр ҡатындың иңенә төшкән, кескәй Моратҡа ул саҡта 11 йәш кенә булған. Әле ул Маячныйҙа умартасы һөнәрен үҙләштерә. Унан олорағы Ислам армиянан ҡайтып- Мәләүез шәкәр заводында, ағайҙары Данис төрлө эштә эшләй. Иң өлкәндәре Зәриә апайҙары- ике ҡыҙ әсәһе инде. Өләсәйҙәре ейәнсәрҙәренә ҡыуанып туймай. Мәҡәләм геройы киләсәктә улдарының да ғаиләле булыуҙарын күреү теләге менән йәшәй. Балаларына, аяҡҡа баҫыр өсөн, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ҡыш буйы мамыҡ шәлдәр, яулыҡтар, йөн ойоҡбаштар һ.б. әйберҙәр бәйләй, ә йәйен эштең осо-ҡырыйы юҡ. Хужалығынан тыш кешеләргә һарыҡ өҫтө алыуҙа ярҙамлаша- пенсияға иртәрәк әле. «Урал» колхозында элек Вәлимә Сәғит ҡыҙы һарыҡ бәрәстәре ҡараған, шәкәр сөгөлдөрө эшкәрткән, ҡушҡан бер эштән дә баш тармаған. Колхоз тарҡалғас та, ғаилә ауылдан китергә ашыҡмаған:

- Ирем менән икебеҙ ҙә ошо ауылда тыуғанбыҙ, өйләнештек, балалар табып үҫтерҙек, ҡайҙа барабыҙ инде? Эшләргә теләге булғандарға эш табылып тора, - ти әңгәмәләшсем, бөтә нимәнән дә сығыу юлын тыбып була, иң мөһиме рух көсө һынмаһын, - тигән кәңәш бирә ул балаларына. Сөнки ул ғаиләһенә берҙән-бер ныҡлы терәк һәм иң һөйөклө кеше.


Гөлфиә ӘХМӘРОВА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: