-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2017, 12:25

Награда геройын тапты

Фёдоровка 1-се мәктәбендә һуғышта һәләк булған Х.З. Фәйзуллиндың дәүләт наградаһы таныҡлығын ҡыҙы Ғ.Х. Хәлитоваға тапшырыу тантанһы уҙҙы.

Фёдоровка 1-се мәктәбендә һуғышта һәләк булған Х.З. Фәйзуллиндың дәүләт наградаһы таныҡлығын ҡыҙы Ғ.Х. Хәлитоваға тапшырыу тантанһы уҙҙы.

Олатайҙары Хәбир Йәләлетдин улы хаҡында ейәндәре Таһир менән Наил әсәйҙәре Ғәлиә Хәлитованың һөйләүенән, уның ниндәй званиела, кем булып хеҙмәт итеүен, ҡайҙа һуғышҡанын белгән. Олатайҙарының наградалары хаҡында уларға мәғлүм булмаған. Ә архив документтары буйынса Өсбүләк ауылында тыуған Фәйзуллин Хәбир 1943 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. “Беҙҙең олатай түгелме икән?”- тигән һорау борсоған уларҙы. Сөнки Өсбүләктә бындай исемле кешеләр башҡа булмаған һәм һуғышҡа алынмаған. Һәләк булған фронтовиктың ейәндәре Наил Әсғәт улы Хәлитов, отставкалағы эске эштәр подполковнигы, “Газпром нефтехим Салават” йәмғиәтенең янғын-ҡотҡарыу часы отряды командиры Фёдоровка район элемтә узелында эшләгән ағаһы Таһир Әсғәт улы менән хәҡиҡәтте эҙләргә булған.

БР Стәрлебаш район-ара судына БАССР Фёдоровка районы Өсбүләк ауылында 1914 йылда тыуған Фәйзуллин Хәбир Йәләлетдин улы исеменә 2016 йылдың 25 ноябрендә “БР Хәрби комиссариат” ҡаҙна учреждениеһы БР Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары буйынса Хәрби комиссариат тарафынан Федоровка районы, Өсбүләк ауылында 1914 йылда тыуған Фәйзуллин Хәбир Йәләлетдин улы исеменә бирелгән 256-сы архив белешмәһенең РФ Оборона министрлығы Үҙәк архивы мәғлүмәттәре менән тура килеү фактын асыҡлау үтенесе менән мөрәжәғәт итәләр. Суд күрһәтелгән документтарҙағы исем-шәрифтәрҙең тулыһынса тура килеүен иҫбатлаған.

1943 йылдың 15 октябрендәге награда ҡағыҙынан: “Фәйзуллин Хәбир уҡсылар ротаһы командиры вазифаһын ваҡытлыса башҡара. Путьхи ауылы өсөн фашистар менән алыш барышында Проня йылғаһын уңышлы үтеп, ротаһы менән йылғаның уң ярында урынлаша.

1943 йылдың 5 октябрендә ип. Фәйзуллин үҙ подразделениеһы менән дошмандың өс контрһөжүмен ҡайтарҙы. Көслө артиллерия утына тотто һәм, дошмандың күп булыуына ҡарамаҫтан, ип. Фәйзуллиндың яугирҙәре командирҙарының батырлығын күреп, дошмандың контрһөжүмен уңышлы ҡайтарҙы, дош-манды күпләп ҡырҙы. Был алышта ип. Фәйзуллин ҡыйыулыҡ, батырлыҡ күрһәтте. 451 СП командиры майор Яковлев”.

-Атайым һуғышҡа тиклем, яҡынса 1936-37 йылдарҙа, Дедово ауыл советында эшләгән. Һуңыраҡ, 1939 йылдарҙа, Дедово ауылы һөт заводы директоры булып киткән. Әсәйемдең һөйләүенән уны Фёдоровкаға ошо уҡ вазифаға күсерелеүен беләм. Һуғыш башланған. Ул, запастағы лейтенант, Әлшәй районы Раевка ауылына һалдаттарҙы хәрби эшкә өйрәтергә саҡырылған. 1941 йылдың ноябрендә фронтҡа киткән,- тип һөйләй Ғәлиә Хәбир ҡыҙы.

2016 йылдың 25 ноябрендәге архив белешмәһенә ярашлы, Башҡорт АССР-ы Өсбүләк ауылында тыуған Фәйзуллин Хәбир Фёдоровка район хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа алынған, 451 уҡсылар полкында хеҙмәт иткән, лейтенант, взвод командиры, 1943 йылдың 28 октябрендә һәләк булған. РФ Оборона министрлығы Үҙәк архивының белешмәһендә яҙылыуынса, 1943 йылдың 21 октябрендәге 64 сд 054-се бойороҡ буйынса, 64-се уҡсылар дивизияһының 451-се уҡсылар полкы командиры Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Награданың тапшырылыуы тураһында тамға ҡуйылмаған.

Һәләк булған яугирҙең ейәндәренең ныҡышлығы арҡаһында награда геройын тапты. Бихисап ҡағыҙҙар, белешмәләр, бер нисә суд ултырышы, шаһиттарҙы һораштырыу һәм ике йыл тигәндә дөрөҫлөк асыҡланды.

Мәктәптең ултырыштар залында уҡыусылар менән осрашыу сараһына район хакимиәте вәкиле В.М. Хәлитов, хәрби комиссариаттан Р.Ғ. Кантимеров, ветерандар советы рәйесе М.Д. Куропаткин саҡырылды һәм сығыш яһаны. Яугирҙең туғандарына орден таныҡлығын тапшырыу йәштәргә йәнә бер батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө, үткәндәргә, бигерәк тә был ҡанлы һуғышта ҡатнашыусыларға ҡарата битараф булмау өсөн тағы бер өгөт-нәсихәтле дәрес булды.

Орден хужаһының ҡыҙы Ғәлиә апай атаһы тураһындағы ҡәҙерле иҫтәлекте ипләп кенә үҙенең азат тормошта намыҫлы эше менән яулап алынған өс миҙалы эргәһенә һалып ҡуйҙы.


Гәрәй ХӘЛИТОВ.


Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: