-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2017, 12:23

Тауарҙар дөрөҫ урынлаштырылғанмы?

Район магазиндарында «Халыҡ контроле» тигән яҙыулы ал таҫма таҡҡан йәмәғәтселәрҙең килеүенә бик шатланып бармайҙар. Һатыусылар һәм эшҡыуарҙар уларға хәүефләнеп ҡарай. Борсолорға урындары бар, сөнки күпселек осраҡта рейд төркөмө кәштәләрҙәге тауарҙарҙың урынлаштырылыуы буйынса, санитария талаптарын үтәүҙәге боҙоуҙарға тап була.

Район магазиндарында «Халыҡ контроле» тигән яҙыулы ал таҫма таҡҡан йәмәғәтселәрҙең килеүенә бик шатланып бармайҙар. Һатыусылар һәм эшҡыуарҙар уларға хәүефләнеп ҡарай. Борсолорға урындары бар, сөнки күпселек осраҡта рейд төркөмө кәштәләрҙәге тауарҙарҙың урынлаштырылыуы буйынса, санитария талаптарын үтәүҙәге боҙоуҙарға тап була.
Районда бындай рейдтар бер нисә йыл рәттән үткәрелә. Практика күрһәтеүенсә, ыңғай һөҙөмтәләр бар. Мәҫәлән, яҙ көнө «Халыҡ контроле» рейд төркөмө менән Гончаровка магазиндарында боҙоуҙар асыҡланғайны: һаҡлау ваҡыты үткән, хаҡтар яҙылмаған тауарҙар, тауарҙарҙың йәнәш тороуы һ.б буйынса. Ноябрь аҙағында ойошторолған сираттағы рейд барышында сауҙа нөктәләрендә күп иҫкәртмәләрҙе иҫәпкә алыуҙары, юҡ итеүҙәре ҡыуаныслы булды. Шулай булһа ла эшләнәһе эштәр байтаҡ әле. «Шанс» (ШЭ Абрамова Л. Р.) магазинында иғтибарыбыҙ төшкән беренсе нимә- йәшелсә, емештәрҙең тышҡы ҡиәфәте. Боҙолған сөгөлдөр, мандариндар, хөрмә, бананды бер кем дә һатып алмаясаҡ, әлбиттә. Кишер йәшел һабаҡ ебәргән. Һыуытҡыстарҙа һәм туңдырғыстарҙа тауар күршелеге бөтөнләй үтәлмәй. Сыр, пресервалар, ыҫланған балыҡ, колбаса изделиелары бергә ҡуйылған. Туңдырылған ярым фабрикаттар һәм тауыҡтар бер һыуытҡыста һаҡлана.
Үткән килеүебеҙҙәге кеүек үк, «Диана» магазинында (ШЭ Батыршин Р. Р.) сәнәғәт тауарҙары менән тартмалар һыуытҡыс өҫтөнә теҙелгән. Улар аша һыуытҡыстағы тауарҙар күренмәй, күршелек ҡағиҙәләре лә үтәлмәй. Шелтәгә һатыусы шунда уҡ иғтибар биреп, тартмаларҙы сәнәғәт тауарҙары кәштәләренә теҙеп ҡуйҙы.
Бала Сытырман ауылындағы «С любовью» (ШЭ Бородина Ю. А.); «Гермес» ҡулланыусылар йәмғиәте; «Колос» (ШЭ); «Ашҡаҙар» (ШЭ Уразов) магазиндары ла ошондай шелтә алды. Әйткәндәй, аҙаҡҡы сауҙа нөктәһендә кәмселектәрҙең күп булыуы асыҡланды. Бәлки, һатыусы ла, эшҡыуар ҙа тауарҙар кәштәләргә дөрөҫ теҙелмәгән осраҡта үҙҙәренең административ яуаплы булыуҙары хаҡында белмәйҙер. Ыҫланған аҙыҡ, һөт продукциялары, майонез, балыҡ, сыр бергә ҡуйылырға тейеш түгел. Колбаса изделиелары һәм балалар аҙығы, йоғорттар, банан һәм бәлештәр, зажигалкалар һәм чупа-чупс төрлө һыуытҡыстарҙа урынлаштырылырға тейеш. Был ҡағиҙә боҙоу ғына түгел, бындай тауарҙарҙы ашауы хәүефле лә.
-Һәр ваҡыт та яңы ҡайтартылған тауарҙар бар, хаҡтар ҙа уңайлы, спиртлы эсемлектәр һәм тәмәке һатмайҙар, - ти һатып алыусылар «С любовью» сауҙа объекты хаҡында. Кәштәләрҙә тауар оҙаҡ ятмауын сиратҡа ҡарап белергә мөмкин. Бындай бай тауар ассортименты өсөн магазин бәләкәйерәк. Шуғалалыр, бәлки, йомортҡа тартмалары сәнәғәт тауарҙары эргәһендә ине, ярым фабрикаттар май менән бер һыуытҡысҡа ҡуйылған, тауыҡ менән фарш та бергә. Һатыусы шунда уҡ боҙоуҙарҙы төҙәтергә ашыҡты.
Магазиндар буйлап бындай рейдтар кемделер шелтәләү, йәиһә маҡтау өсөн үткәрелмәй. Улар кәштәләрҙә тәртип булһын, ә һатып алыусылар тик яҡшы аҙыҡ-түлек кенә һатып алһын өсөн мөһим.
Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА.
Фәнис АҠСУРИН
фотоһы.
Читайте нас: