-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2017, 12:20

Тормош һуҡмағынан 45 йыл бергә

Яңы йыл төнө- ғаиләбеҙ өсөн икеләтә ҡыуаныс килтерә торған байрам! Сөнки тап 31 декабрҙә һөйөклө атай-әсәйебеҙҙең иңгә-иң терәп, бергә татыу ғүмер итеүенә 45 йыл тула!

Яңы йыл төнө- ғаиләбеҙ өсөн икеләтә ҡыуаныс килтерә торған байрам! Сөнки тап 31 декабрҙә һөйөклө атай-әсәйебеҙҙең иңгә-иң терәп, бергә татыу ғүмер итеүенә 45 йыл тула! 45 йыл яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлын үтеү-үҙе бер батырлыҡ. Бәхетле ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта намыҫлы хеҙмәт итеп, сапфир туйға етеү өсөн күпме түҙемлек, мөхәббәт һәм йылылыҡ кәрәк! Ҡәҙерлеләребеҙ Фёдоровка районы Батыр ауылында тыуып үҫә. Атайыбыҙ- Ильясов Кәфил Гәрәй улы - 15 йәшенән үк колхозда эшләй башлаған. Егәрле, тырыш егетте, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ферма мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 1972 йылда Грузияла Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, ул колхозда эшен дауам итә. Шул уҡ йылдың 31 декабрендә улар әсәйебеҙ менән сәстәрен сәскә бәйләй. Яңы йыл кисендә береһе- Ҡыш бабай, икенсеһе- Ҡарһылыу булып, пар аттарҙа балаларға бүләк өләшеп бөткәс, ҡәҙерле ҡарһылыуын атайыбыҙ өйөнә килен итеп алып ҡайта. Ошо көндән алып татыу ғаилә ҡороп, йәшәй башлайҙар. Биш балаға ғүмер бүләк итәләр.

Әсәйебеҙ- Рәйлә Шәмсетдин ҡыҙы колхозда 20 йылдан ашыу һауынсы булып эшләй, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була. Атайыбыҙ төрлө йылдарҙа баш зоотехник, Батыр ауылы комплексы бригадиры, ауыл советы башлығы, партия ойошмаһы сәркәтибе вазифаһын башҡара.

Ауыр 90-сы йылдарҙа ҡәҙерлеләребеҙ ауылда беренселәрҙән булып крәҫтиән хужалығы ойоштороп, уңышлы эш башлайҙар. Бөтә ауырлыҡтарҙы ла бергәләп күтәреп, бер- береһенә терәк була белә улар. Беҙгә- биш балаһының бөтәһенә лә, юғары белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итәләр. Егәрле, бөтмөр, хәстәрлекле атай-әсәйебеҙ бөгөн бөтә уңайлыҡтары булған йортта йәшәй. Йәйен ихата-шау сәскә, баҡса тулы йәшелсә-емеш үҫтерәләр. “Хәрәкәттә- бәрәкәт”,- тип ҡабатларға ярата улар. Әле булһа мал тоталар, ҡош-ҡорт үҫтерәләр. Улар башлаған крәҫтиән хужалығын инде тағы ла ҙурайтып, хәҙер улдары Йәмил уңышлы етәкләй, атайыбыҙ уға аҡыллы кәңәштәре менән булышлыҡ итә. Атай, әсәй, һеҙ беҙҙең өсөн сабырлыҡтың, тоғролоҡтоң, рух ныҡлығының өлгөһө булып тораһығыҙ. Киләсәктә тыуаһы Яңы йылдар һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, муллыҡ, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтарға төрөнгән көндәр алып килһен. Беҙҙең өсөн яҡты көндә- ҡояш, оҙон юлдарҙа маяҡ булып, ҡараңғы төндәрҙә ай булып, кәңәшсе, йыуатыусы булып ҡалығыҙ. Беҙ һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Йәшәү шатлығы һеҙ беҙҙең өсөн,

Һәр беребеҙ өсөн үрнәкһегеҙ.

Ауыр саҡта һеҙгә таянабыҙ,

Беҙҙең өсөн һеҙ бик кәрәкһегеҙ.

Тормош көтөү- диңгеҙ кисеү, тиҙәр,

Ә диңгеҙҙәр тормай тулҡынһыҙ.

Тормош тулҡындарын баҫыу өсөн

Йәшәп булмай һөйөү-ялҡынһыҙ.

Яратышыу еңел саҡта түгел,

Ауырлыҡтар менән һынала.

Бер-береһен һөйгән парҙар ғына

Ауырлыҡты еңеп сыға ала.

Иң изге теләктәр менән- улдары Йәмил, килендәре Гөлшат, ҡыҙҙары Нәғимә, Фаягөл, Айгөл, Рәмилә, кейәүҙәре Фәүәз, Дамир, Илдар, Илфат һәм ейән-ейәнсәрҙәре.
Читайте нас: