+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2017, 12:19

Йәш ғаиләләргә ярҙам

Ошо көндәрҙә социаль түләүҙәргә хоҡуҡ сертификаттарын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Был документ республикала һатып алынған торлаҡ хаҡының бер өлөшөн компенсациялай.

Ошо көндәрҙә социаль түләүҙәргә хоҡуҡ сертификаттарын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Был документ республикала һатып алынған торлаҡ хаҡының бер өлөшөн компенсациялай.

Күп балалы йәш ғаиләләр: Тимербулатовтар, Рәхимовтар, Мортазиндар һәм Антоновтар сертификатҡа эйә булыусы бәхетле парҙар. Был ғаиләләр барыһы ла ипотекаға торлаҡ һатып алған. Хәҙер уларҙың бурыстарының бер өлөшөн ҡаплау мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм имен тормош менән тәьмин итеү буйынса урынбаҫары И. И. Нурлығаянов йәш ғаиләләрҙе тормоштарындағы мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм таныҡлыҡтар тапшырҙы. Ул республикабыҙҙың һәм районыбыҙҙың социаль сәйәсәтендә ғаилә институтына ярҙам итеүҙең мөһим булып ҡалыуын һәм сираттағы реаль ярҙамға күп балалы ғаиләләр эйә булыуын билдәләп үтте. Илдар Иҙһам улы уларға ғаилә бәхете, ниәттәренең бойомға ашыуын, йорттарына именлек һәм муллыҡ теләне.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.


Читайте нас: