+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2017, 12:26

Йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өләшә

Тормошобоҙҙо электрһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Шуға ла халыҡты, предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы мөһим шарттар- электр һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүселәрҙең хеҙмәтен лайыҡлы баһалау кәрәк.

Тормошобоҙҙо электрһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Шуға ла халыҡты, предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы мөһим шарттар- электр һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүселәрҙең хеҙмәтен лайыҡлы баһалау кәрәк.

Коллегалары менән үҙенең һөнәри байрамын “ГИП-Электро” йәмғиәтенең Фёдоровка ауылындағы подразделениеһы электр бүлеү селтәрҙәрен файҙаланыу электр монтеры Рәфҡәт Насиров та билдәләй.

Аралашыусан, алсаҡ ир-уҙаман хеҙмәт юлын ХХIII партсъезд ис. колхозда башлап ебәргән. «Сельэнерго” йәмғиәтендә, бер нисә йыл район ҡулланыусылар кооперативының икмәк бешереү цехында һәм 20 йыл тирәһе төҙөлөштә эшләгән.

-2016 йылда “Теплоэнерго”нан “ГИП-Электро” йәмғиәтенә күстем. Дедово 16-сы һөнәрселек училищеһын 1974 йылда уҡ тамамланым. Эшемде яратам,- тип ҡыҫҡаса һөйләне үҙе хаҡында электрсы.

Йәмғиәт начальнигы Р.Ш. Яныбаев уның хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләне:

-Рәфҡәт Ғилметдин улы эшһөйәр, төрлө яҡлап белемле генә түгел, уны практикала ла яҡшы ҡуллана белеүсе белгес. Ул яуаплы һәм эшен аҙағынаса еткереп башҡара. Ҙур күләмле эште башҡарырға һәләтле, ойошҡанлы була, эшен планлаштыра белеүе- уның эшенең һөҙөмтәлелеге һәм сифаты нигеҙе. Коллективта ул абруй ҡаҙанған, һәр саҡ күтәренке кәйефтә, хеҙмәткәрҙәре менән дуҫтарса мөнәсәбәттә.

Намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәрмәнлеге һәм теүәллеге өсөн Р.Ғ. Насиров 2017 йылдың октябрендә БР Мөстәҡиллеге көнө айҡанлы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Беҙ ҙә Рәфҡәт Ғилметдин улын һәм уның хеҙмәттәштәрен һөнәри байрамдары- Энергетик-тар көнө менән йылы ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә кешеләргә йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өләшеүҙәрен теләйбеҙ.

Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: