+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2017, 16:22

Тылсымлы байрам шатлыҡтар бүләк итә

Райондың төп шыршы байрамына саҡырылған ҡыҙҙар һәм малайҙар тылсымлы әкиәт донъяһына сумды. Залда йәтим, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, күп балалы ғаиләләрҙән һәм яҡшы уҡыусы 200-ләгән бала йыйылды.

Райондың төп шыршы байрамына саҡырылған ҡыҙҙар һәм малайҙар тылсымлы әкиәт донъяһына сумды. Залда йәтим, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, күп балалы ғаиләләрҙән һәм яҡшы уҡыусы 200-ләгән бала йыйылды.

Байрамса биҙәлгән фойела, ҡупшыҡай эргәһендә балалар өсөн төрлө мауыҡтырғыс уйындар һәм конкурстар үткәрелде. Байрамға килеүселәр рәхәтләнеп бейене, әйлән- бәйлән йөрөнө. Әкиәт геройҙары улар менән уйнаны.

Иң сағыу тамаша сәхнәлә барҙы. Балаларҙы район хакимиәте башлығы исеменән уның беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Н.Ғ. Насретдинов ҡотланы. Ул сара ҡунаҡтарына сәләмәтлек, уҡыуҙарында уңыштар, шатлыҡ- ҡыуаныстар, теләктәренең тормошҡа ашыуын теләне. Артабан тамашасылар тылсымлы әкиәт иленә сәфәргә юлланды.

Мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре ойошторған сағыу сара балаларға бик оҡшаны. Улар байрамдан күтәренке кәйефтә бүләктәр менән ҡайтып китте.

Фёдоровка районы МР хакимиәте, мәғариф бүлеге начальнигы Р.Т. Исмәғилев, мәҙәниәт булеге начальнигы Б.Н. Сиразетдинов, “Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе И.Ш. Баҡыев, “Заготсбытсервис” әҙерләү- ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе В.И. Сайкин, “Партнер” кредит-ҡулланыусылар кооперативы начальнигы М.М. Сәлихов һәм “Финпо” йәмғиәте рәйесе И.С. Баҡыев, “Нурлы” сауҙа-сервис комплексы генераль директоры Р.Ә. Йосопов, “Стройматериалы” магазины директоры Р.Ф. Хәбибуллин, “Башҡорт ҡаҙы” компаниялар төркөмө генераль директоры Р.Ҡ. Сәйетбатталов, ШЭ Т.Н. Мөхәмәтйәнов иртәлектең бағымсылары булды.

Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.

Читайте нас: