+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2018, 12:36

Алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр

Малсылыҡта бөтә белгеслектәр ҙә мөһим, әммә яһалма ҡасырыу яһаусы техник - бигерәк тә. Үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр эшләгән хужалыҡтарҙа көтөүҙе ишәйтеү эше тейшенсә бара, һөт һәм артым буйынса күрһәткестәр һәйбәт була.

Малсылыҡта бөтә белгеслектәр ҙә мөһим, әммә яһалма ҡасырыу яһаусы техник - бигерәк тә. Үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр эшләгән хужалыҡтарҙа көтөүҙе ишәйтеү эше тейшенсә бара, һөт һәм артым буйынса күрһәткестәр һәйбәт була.

Был белгеслекте тиҙ арала ғына үҙләштереү мөмкин түгел. Бында яҡшы белем, өҫтәүенә малдарҙы яратырға, тәрбиәләргә, көн дә күҙәтергә, шулай уҡ эште бер нисә айға алдан планлаштырырға кәрәк. Ошо һүҙҙәр һыйыр малдарына яһалма ҡасырыу яһаусы белгес Динара Сәғиҙуллинаға тулыһынса тура килә.

“Үҙәк” МТС-ының Аҡбулат фермаһы малсылыҡ тармағында ул 20 йыл тирәһе эшләй. Белгеслеге буйынса ветеринария табибы Динара Фәнир ҡыҙы тәүҙә лаборант, шунан үҙ белгеслеге буйынса эшләгән, ә һуңыраҡ уға яһалма ҡасырыу яһау белгеслеге курстарында уҡырға тәҡдим иткәндәр. Әле ҡатын ике һөнәрҙе берләштереп эшләй.

Уның ҡарамағында- 183 баш һыйыр һәм 90 тана. Малсылар һәм һауынсылар етмәү сәбәпле, ҡалған малдарҙы башҡа филиалдар фермаларына күсергәндәр. Көтөүҙе тергеҙеү эшен ырамлы алып барыу өсөн яһалма ҡасырыу яһау пункты бар, ул орлоҡ һаҡлау ҡоролмалары һәм кәрәкле ҡоралдар менән йыһазландырылған.

Ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеүҙә шәхси сифаттар ҙа әһәмиәтле роль уйнай. Мәҡәләм геройының иң мөһим һыҙаттарының береһе- эшен көндән-көн яҡшыраҡ башҡарырға тырышыу. Йыш ҡына ул фермала һуңға тиклем тотҡарлана.

-Компетентлығыма минең генә эш хаҡым түгел, хужалыҡтағы башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең дә именлеге бәйле,- ти Динара Фәнир ҡыҙы.- Шуға ла һөнәри кимәлемде күтәреү өҫтөндә даими эшләйем - белемемде камиллаштырам, районға килгән белгестәрҙең сығыштарын тыңлайым, үҙем тәжрибәлерәк белгестәр менән осрашыуҙарға сығам.

Коллективта Динара Сәғиҙуллина тураһында үҙ эшенең оҫтаһы, тиҙәр. Яҡшы белгес, фермала алмаштырғыһыҙ. 2017 йылғы хеҙмәт ярышы һөҙөмтәләре буйынса Динара Фәнир ҡыҙы “Иң яҡшы яһалма ҡасырыу яһаусы белгес” тигән исемгә лайыҡ булды. Был юғары исемде ул тырыш хеҙмәте һәм һөнәрмәнлеге менән яулаған.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Фәнис АҠСУРИН

фотоһы.
Читайте нас: