+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2018, 12:37

Ҡотлайбыҙ!

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы- Фёдоровка мәғлүмәт үҙәге хакимиәте һәм профкомы “Ашҡаҙар таңдары” башҡорт дубляж гәзите мөдире Тәтегәсева Алһыу Марат ҡыҙын киң мәғлүмәт сараларында күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн һәм “2017 йылда һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеме бирелеү сәбәпле грамота менән бүләкләне.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы- Фёдоровка мәғлүмәт үҙәге хакимиәте һәм профкомы “Ашҡаҙар таңдары” башҡорт дубляж гәзите мөдире Тәтегәсева Алһыу Марат ҡыҙын киң мәғлүмәт сараларында күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн һәм “2017 йылда һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеме бирелеү сәбәпле грамота менән бүләкләне. Редакцияла ул 21 йыл эшләй. Ошо йылдар эсендә күп ҡыҙыҡлы мәҡәләләре донъя күрҙе, гәзит уҡыусылар менән байтаҡ осрашыуҙар үткәрелде. Район халҡына Алһыу Марат ҡыҙы грамоталы, компетентлы журналист, ярҙамсыл, изгелекле кеше булараҡ таныш. Ул күп ыңғай сифаттары менән гәзит уҡыусыларының һәм йәмәғәт ойошмаларындағы коллегаларының ихтирамын яуланы.Тормош иптәше Сабит менән ике ул- Айнур менән Ильясты үҫтерәләр. Коллегабыҙға ижади уңыштар, бәхет, ғаилә именлеге, ныҡлы иҫәнлек теләйбеҙ.
Читайте нас: