+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2018, 11:55

Шул заманға бер ҡайтаһы ине…

Был фото Гөлсөм менән Рафаэль Насировтарҙың иң яратҡан фотоларының береһе булып тора. Улар уға бик һаҡсыл ҡарашта. Фото уларҙың йәш сағында, сәхнәгә булған һөйөүҙәре ташып торған мәлдә эшләнгән.

Был фото Гөлсөм менән Рафаэль Насировтарҙың иң яратҡан фотоларының береһе булып тора. Улар уға бик һаҡсыл ҡарашта. Фото уларҙың йәш сағында, сәхнәгә булған һөйөүҙәре ташып торған мәлдә эшләнгән.

Ғаилә башлығы иҫкә алыуынса, фото 1962 йылғы. Күпме йылдар үткән, әммә фотоға ҡарап, Насировтар йәнә йәшлектәренә, Стәрлетамаҡ халҡы сода-цемент комбинатының башҡорт драма театры артистарының сығышын яратып ҡараған осорға ҡайта. Коллективтың 1963 йылда халыҡ театры исеменә лайыҡ булыуын әйтеп үтергә кәрәк. Ул саҡта артистарҙың татыу командаһы был эш оҫталарынан танылыу һүҙҙәренә лайыҡ булған.

Иғтибарығыҙға татар яҙыусыһы Т. Ғиззәттең “Ташҡындар” әҫәре буйынса ҡуйылған тамашаның һүрәтен тәҡдим итәбеҙ. Был трилогия тормош бәхәстәренә тулы “Шомло көндәр”, “Дауыллы көндәр” һәм “Данлы көндәр” драмаларынан төҙөлгән бер ансамбль. Һүрәт уртаһында эшләпә кейгән аҡ күлдәкле егет - Рафаэль Хәсән улы Биктимер ҡарт ролендә. Алғы пландағы матур кейенгән ханым - Гөлсөм Хәким ҡыҙы һалдат ҡатыны Ғайнауал ролендә. Улар геройҙарының эске кисереш-тойғоларын тулыһынса күрһәтеп, тамашасыларҙың да, театр етәкселегенең дә ихтирамын яулаған.

Насировтар өсөн етәкселектең фекере айырыуса мөһим булған. А. Ҡарағолов коллективҡа, тамашаны ҡуйыуға бөтә көсөн һалған, талапсан, етди педагог булған. Репетициялар киске сәғәт 10-11-гә тиклем барған, улар бында эштән һуң килгәндәр бит. Арыу һәм тамаҡ туймау улар өсөн ҡаршылыҡ булмаған (ашарға әҙерләргә ваҡыттары бөтөнләй булмаған, тиерлек, тиҙ генә берәй нимә ҡапҡылап, мәҙәниәт йортона йүгергәндәр) сәхнә үҙенә тартҡан, ымһындырған.

Әле фотолағы кешеләрҙән фёдоровкалар һәм Стәрлебаш районынан Зөнирә апай ғына иҫән. Уның яҡташы Сәбилә, Риф һәм Кәрәм ағайҙар- икеһе лә Ишембай районы Әхмәр ауылынан, баҡыйлыҡҡа күскәндәр. Шуға ла Гөлсөм апай менән Рафаэль ағай был фотоны йәшлектәре һәм тамаша буйынса коллегалары хаҡында иҫтәлек итеп һаҡлап тота.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Фото Насировтарҙың ғаилә альбомынан.
Читайте нас: