Регина Ядыгинаның һәр көнө минутлап яҙылған. Ул һауынсы булып эшләй, яҡшы ҡатын һәм хәстәрлекле әсәй ҙә. Буш ваҡытын йәш ҡатын ире Виктор һәм 5 йәшлек ҡыҙы Ульяна, 3 йәшлек улы Артем менән үткәрә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Регина ашнаҡсы-кондитерға уҡып сыҡҡан. Әммә уның тыуып үҫкән Ключевка ауылында был белгеслек һорау менән ҡулланмаған. Тик ул эшһеҙ ҡалмаған. Уны фермер хужалығы башлығы Геннадий Рощупкин эшкә саҡырған. Эшһөйәр, алсаҡ ҡатын яңы коллективта тиҙ арала үҙ кешеләре булып киткән һәм бына инде өсөнсө йыл фермала һауынсы булып эшләй.
Йәш ҡатынға 25 йәш тә тулмаған әле, тик уның уңыштарына һоҡланырлыҡ. Ул эшенең үҙенсәлектәренә төшөнгән, бәйләнгән күҙ менән дә һауым аппаратын һүтеп-йыя алалыр, моғайын. Төркөмөндәге һыйырҙары һәр саҡ таҙа, ҡаралған. Һауынсы был һөнәрҙе һайлауына бер ҙә үкенмәй.
-Миңә малдар араһында булыу оҡшай,- ти ул.- Ауылда йәшәгәс, һәр саҡ хужалығыбыҙ булды, һыйыр һауҙым, өҫтәүенә фермала эшләүе ауыр түгел. Минегөл Мансур ҡыҙы менә Геннадий Михайлович яҡшы кешеләр, һауынсылар һәм малсылар өсөн яҡшы шарттар булдырғандар. Бөтә эш механикалаштырылған, эш хаҡын ваҡытында алабыҙ, йыл да премия булараҡ быҙауҙар бирәләр.
Регина иренең механизатор булыуы хаҡында бәйән итте. Йәйен ул миҙгел эштәрендә мәшғүл, ҡышын ихаталағы эштәр менән шөғөлләнә икән. Йәштәр үгеҙҙәр, сусҡалар аҫрай. Ғаиләләре- уларҙың тормош мәғәнәһе, балаларын барыһы менән дә тәьмин итеү өсөн улар төн дә, көн дә эшләргә әҙер.