+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2018, 13:14

Район именлеге хаҡына эшләргә

Шаршамбы Фёдоровка районы МР Йәмәғәтселек советының ултырышы үтте. Уның эшен совет рәйесе А.Т. Сәйфетдинова алып барҙы.

Шаршамбы Фёдоровка районы МР Йәмәғәтселек советының ултырышы үтте. Уның эшен совет рәйесе А.Т. Сәйфетдинова алып барҙы.

Ул йыйылыусыларҙы 2018 йылға эш планы менән таныштырҙы. Шунан совет ағзалары федоровкалар өсөн көнүҙәк проблемалар тураһында һөйләште, һөҙөмтәлә улар коррективалар һәм тәҡдимдәр рәүешендә эш планына индерелде. Айырып әйткәндә, йәмәғәтселәрҙе Фёдоровкалағы һәм ауылдарҙағы санкцияланмаған сүплектәрҙең, күп фатирлы йорттар эргәһендә ташландыҡ аҙбарҙар булыуы, билдәле бер урындарҙа үтеү юлдарының торошо һәм башҡа көнүҙәк темалар борсой. Шулай уҡ һүҙ физик шәхестәрҙең алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыуына ҡаршы көрәште һәм полицияның участка уполномоченныйҙарының эшен әүҙемләштереү мөһимлеге тураһында барҙы.

Ултырыш барышында советтың биш эш комиссияһы составы раҫланды.

Йәмәғәтселек советы ағзаларына һөнәри һәм йәмәғәт эшмәкәрлектәрендә уңыштар теләгәндән һуң, район Советы секретары В.М. Хәлитов мартта буласаҡ Рәсәй Президентын һайлауҙар тураһында һөйләне.

А. МАРАТОВА.
Читайте нас: