+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2018, 13:27

Күрһәткестәрҙе яҡшыртырға тырышалар

2013-2020 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү буйынса дәүләт һәм муниципаль программаларҙы үтәүҙең, көйләүҙең төп шарты булып ит һәм һөт етештереүҙе үҫтереү тора. Быға малдар һанын тотороҡландырып, көтөүгә юғары продуктлы малдарҙы индереү арҡаһында ирешергә мөмкин.

Кузьминовка  фермаһы малсылары бурыстарына намыҫлы ҡарашта булғанға  уңыштарға ирешә.

«Азат» йәмғиәтенең Кузьминовка бүлексәһендә бер нисә йыл инде йәш малдар аҫрайҙар. Ҡышлатыу барышын белеү өсөн фермаға барҙыҡ.

Ферма мөдире Наталья Хаматнурова малсылыҡ биналарында 463 баш мал аҫралыуын бәйән итте. Малдар өс төркөмгә бүленгән. Һәр төркөмдө тәжрибәле, бурыстарын намыҫлы башҡарыусы малсылар ҡарай. 183 тананы Андрей Талаев менән Өмид Самандаров ваҡытында ашата, тәрбиәләй. Тәүлеклек артым 650 грамм тәшкил итә.

Василий Маганев менән Степан Силяев тәрбиәләгән малдарҙың тәүлеклек артымы 500 грамм. Уларға бер йәш ярымлыҡ 188 тана беркетелгән.

2017 йылдан алып бүлексәлә үгеҙҙәр һимертергә булғандар. Сәлим Хаматнуровҡа 92 быҙауҙан тоған төркөм беркетелгән. Малдар көр, тиҙ үҫәләр. Тәүлеклек уртаса күрһәткес 630 грамм артым тәшкил итә.

Мал аҙығы ҙур запас менән әҙерләнгән, шуға күрә ҡышлатыу имен бара. Малсыларға уңайлы булһын өсөн бесән һәм сенаж ферма территорияһына килтерелгән.

«СП Юрматы» йәмғиәтендә һигеҙ малсы һәм дүрт һауынсы эшләй. Тәүлеклек уртаса һауым- 3500 литр, ә артым 600 грамм тәшкил итә. Күрһәткестәрҙе күтәреү өсөн хужалыҡта һауым һыйырҙарын әкренләп арттырырға булғандар. Йыл башында тоҡомло хужалыҡтарҙың береһенән юрматылар 60 тана һатып алған. Был малдарҙы аҫрау шарттарын яҡшыртыу, ҡышлатыу алдынан мал аҙығын етерлек әҙерләү арҡаһында мөмкин булған. Яңы фермала һөт үткәргес ҡуйылған, һыу эсереү менән тәьмин итеү йыһазы эшләнгән, һөт һыуытҡыс һатып алынған.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА

Фәнис АҠСУРИН

фотоһы.
Читайте нас: