-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2018, 13:21

“Киләсәгеңде әле ҡайғырт”

Мосолмандар өсөн дини байрам үткәреү идеяһы менән Динес ауылы “Аҡ ҡалфаҡ” клубы рәйесе Фәйзуллина Маһира сыҡты, уны ауыл клубы мөдире Сабитова Нәфисә менән китапханасы Әҙеһәмова Миңнур бик ихласлап хупланы. 18 ғинуарҙа уҙған “Мөнәжәттәр- халыҡтың күңел көҙгөһө” кисәһе һалҡын көндә йөрәктәгә йылы бөркөнө.

Фәриҙә инәй (микрофонға һөйләп ултыра) 23 йәшендә тол ҡалған, яңғыҙы ул  үҫтергән.  Ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә уға  мөнәжәттәре   ярҙам иткән.

Кешеләр ғүмере буйы күберәк аҡса йыйырға, ҡиммәтле машина, фатир һатып алырға, матди именлектәргә ирешергә тырыша. Тик йыш ҡына, аҡса артынан ҡыуып, рухи байлыҡ хаҡында онотабыҙ, кеше башынан йөрөйбөҙ, йәберләйбеҙ, рәнйетәбеҙ. “Иртәгә нимә көтөрөн бер кем дә белмәй. Хаталарҙан һаҡ булығыҙ, әхирәтте бөгөн үк ҡайғыртығыҙ”,- тигән һүҙҙәр яңғыраны Хәбибуллина Гөлйөҙөм инәйҙең мөнәжәттәрендә.

Маһира Сәйҙәш ҡыҙы риүәйәттән миҫал килтерҙе: Мөхәммәд ғ.с.ү. ҡушҡандарын үтәп, бер кеше Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнгән һәм 95 йәшенә тиклем башҡаларға өйрәткән. Тимәк, яңылыҡҡа өйрәнергә бер ҡасан да һуң түгел, айырыуса дин юлына баҫыу. Әһлиуллина Фәриҙә, Кантимерова Мәҙинә, Хәлитова Әлфиә, Ғаффарова Гөлсәсәк башҡарған мөнәжәттәрҙә был фекер айырыуса сағылды. “Аҡ ҡалфаҡ” клубы ағзалары Әҙеһәмова Миңнур менән Бохариева Нәфисәнең һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың сығыштарын йыйылыусылар күңел биреп тыңланы.

Насретдинова Рәшиҙә башҡарыуында шағир Муса Йәлилдең әсәһенең, әле гүр эйәһе булған Рәхимә инәйҙең балалары менән хушлашыуын тамашасылар йотлоғоп тыңланы. Рәшиҙә инәй Рәхимә апай рухына бағышлап доға ҡылды.

Мөнәжәт текстарын табыуы еңел түгел. Интернетта улар бик аҙ. Йәштәр өсөн бындай китаптар бөтөнләй юҡ. Өлкән быуын кешеләренән уларҙы табырға Нәфисә Кәлимулла ҡыҙы ярҙам итте. Сара барышында Нәфисә Бохариеваға һәм доға ҡылырға теләк белдергән башҡа инәйҙәргә ҙур рәхмәт белдерелде.

Байрам үтте. Байрамға йыйылыусылар ниндәй булһа ла фекергә килгәндер, моғайын. Аллаһы Тәғәләгә ҡарата мөрәжәғәттәр һәр кемдең күңеленә үтеп инде. Киләсәктә байрамды ойоштороусылар бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә ниәтләй. Бөгөн был кисәгә килә алмағандар, артабан килерҙәр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ул саҡта күңелдәре ҡатҡан кешеләр ҙә изгерәк, кешелеклерәк булыр ине.

Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: