2018 йыл юбилейҙарға бай булырға оҡшай. Районыбыҙҙа ғына 11 (!) кеше 95 һәм 100 йәшлек юбилейҙарын билдәләргә йыйына. Шундай бәхетле, оҙон ғүмерле инәйҙә ҡунаҡта булдыҡ.
Хәнифә инәй Хисмәтуллина Ҡораласыҡ ауылында туғаны Бәхтеғәни Ибраһимовтың ғаиләһендә йәшәй. Ҙур, иркен йортта уның ҙур бүлмәһе бар. Бөтә шарттар ҙа булдырылған бүлмәлә үҙ карауаты, диван, шкаф-комод, әлбиттә, иң ҡәҙерле әйберҙәре менән һандығы ҡуйылған. Бүлмәлә йылы, уңайлы. Минең аптыраулы ҡарашымды күреп, ул: “Ожмахта йәшәйем, улым, ожмахта! Туғандарыма ҙур рәхмәтлемен. Бер быуат эсендә күрмәгән нимә ҡалманы!”
Ысынлап та, бер быуат артта ҡалған! Һөйләрлек тә, сағыштырырлыҡ та нимәләр бар...
Был датаны район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов һәм ауыл биләмәһе башлығы Р.Й. Ибраһимов та иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Венер Фәрит улы юбилярға гөлләмә тапшырҙы һәм Рәсәй Президенты В.В. Путиндың ҡотлау телмәрен уҡып ишеттерҙе:
-Оҙон, матур тормош юлы үткәнһегеҙ. Аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыш ауырлыҡтарын кисергәнһегеҙ. Көсөгөҙҙө, сәләмәтлегегеҙҙе йәлләмәйенсә, Тыуған ил именлеге өсөн тырышып эшләгәнһегеҙ, балалар үҫтергәнһегеҙ. Барыһы өсөн дә һеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ! Киләсәктә лә ошондай сағыу мөхиттә сир-сырхау белмәйенсә, яҡындарығыҙҙы ҡыуандырып йәшәгеҙ. Киләһе юбилейығыҙға ла килергә яҙһын.
Хәнифә инәй Венер Фәрит улына ҡотлауы, бүләктәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Йылы әңгәмә барышында ул район башлығына биографияһын бәйән итте, тормошоноң сағыу миҙгелдәрен иҫкә алды. Оҙон ғүмерле булыуының серҙәре менән бүлеште. 100 йәшлек инәйҙең хәтеренә һоҡланырлыҡ. Үҙе һорауҙар биреп, ҡунаҡтар менән аралашып ултырҙы.
Хәнифә Әбделғәни ҡыҙы Хисмәтуллина 1918 йылдың 17 ғинуарында Ҡораласыҡ ауылында донъяға килгән. Ғаиләлә дүрт бала булғандар. Ағаһы Бәхтеғәни һуғышта һәләк булған. Икенсе ҡустыһы Бәхтигәрәй (әле гүр эйәһе) улын һәләк булған ағаһының исеме менән –Бәхтеғәни тип атаған. Хәнифә Әбделғәни ҡыҙы әле уларҙа йәшәй. Һеңлеһе - 85 йәшлек Сәғиҙә Балыҡлыла тора. Хәнифә инәйҙең ире Шәрәфетдин һуғышта хәбәрһеҙ юғалған. Ике улы ла иҫән түгел инде. Туғанының йортона ул 2012 йылда күсенгән.
-Иҫке өйөнән көскә күсереп алып килдек. Унда газ да үткәрелмәгәйне. Утын килтерәбеҙ, ярып ҡуябыҙ. Мейескә үҙе яға торғайны. Шулай 94 йәшенә тиклем яңғыҙы йәшәне. Ә 95 йәшлек юбилейын бында байрам иттек, -ти Бәхтеғәни.- Ул бер борсоуһыҙ кеше. Бөтә эштә лә ҡатнаша. Үҙен-үҙе йөрөтә, хәтере һәйбәт, уның менән оҙаҡ һөйләшеп ултырырға яратабыҙ. Йәйен еләк йыйырға йөрөй, себештәрҙе лә ҡараша,- тип һоҡланып һөйләй йорт хужаһы.
-Инәй ҡайнатма менән сәй эсергә ярата,- тип ҡушылды әңгәмәбеҙгә хужабикә Резеда. Ул минең ярҙамсым, һаҡлаусыбыҙ. Йәшәһен дә, йәшәһен әле.
Был изгелекле кешеләрҙә ҡунаҡта булып, кеселәрҙең ололарға булған ихтирам хисенә һоҡланып (Ибраһимовтарҙың үҙҙәренең өс балаһы), барыһына ла Хәнифә инәйҙеке һымаҡ оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләге килде. Сөнки бер-береңә ихтирамлы, түҙемле, иғтибарлы булғанда ғына быға ирешеп була. Үрнәк алырҙай ғаиләләребеҙ булыуы ҡыуаныслы.