+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2018, 13:09

Ҡышын да һалһын тиһәң...

Әле мал, ҡош-ҡорт үҫтереү менән шөғөлләнгән фермер хужалыҡтары артҡандан-арта. Был йүнәлештә эшләүсе эшҡыуарҙар малдар һау-сәләмәт булһын өсөн бөтә көсөн һала. Василий Ермолаев (Кузьминовка) үҙ эшен асып ебәргәндә шуларҙың барыһын да иҫәпкә алған.

Василий Ермолаев етештергән сифатлы продукция  фермала ла, шәхси ихаталарҙа ла  һорау менән ҡулланыла.
Василий Ермолаев етештергән сифатлы продукция фермала ла, шәхси ихаталарҙа ла һорау менән ҡулланыла.
Әле мал, ҡош-ҡорт үҫтереү менән шөғөлләнгән фермер хужалыҡтары артҡандан-арта. Был йүнәлештә эшләүсе эшҡыуарҙар малдар һау-сәләмәт булһын өсөн бөтә көсөн һала. Василий Ермолаев (Кузьминовка) үҙ эшен асып ебәргәндә шуларҙың барыһын да иҫәпкә алған.

Дүрт йыл элек ул грануллы мал аҙығын етештереү өсөн йыһаз һатып алған, әкренләп уны әҙерләү технологияһын үҙләштергән. Тәүге продукцияһын үҙенең ҡош-ҡортонда һынап ҡараған. Файҙаһы булыуын асыҡлаған- тауыҡтары ҡышын да йомортҡа һала башлаған.

Эшҡыуарҙың бәләкәй заводында етештерелгән ҡатнаш мал аҙығы сертификатланған һәм ауыл халҡында ҙур һорау менән ҡулланыла. Бер сменала завод бер тонна гранул етештерә, улар фирма логотиплы махсус тоҡтарға һалына.

ГОСТ буйынса эшләнгән ҡатнаш мал аҙығы составына бойҙай, арпа, кукуруз һәм аҡ люпин инә (шуларҙың барыһын да Василий Ермолаев үҙ хужалығында үҫтерә). Был ҡатнашмаға ит-һөйәк оно, көнбағыш төпрәһе, аҡбур, тәбиғи һөттө алмаштырғыс, премикстар һәм аҡһым-минераллы витаминлы концентрат ҡушыла.

Предприятиела эш йыл әйләнәһе бара. Яҙын ул -себештәргә, ҡышын тауыҡтарға һәм быҙауҙарға мал аҙығы әҙерләй. Сөнки ихаталарҙа һәм фермаларҙа быҙаулау осоронда бөтә туҡлыҡлы матдәләр менән балансланған грануллы мал аҙығы йәш малдарҙың рационында бик ярап ҡала.

-Грануллы мал аҙығының бер нисә яҡшы өҫтөнлөгө бар. Ул туҡлыҡлы матдәләргә, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. Бөтә файҙалы матдәләр гранулда булғанға күрә, малдарҙың организмы уларҙы тулы күләмдә ала. Был мал аҙығының файҙаһы ла, тәм сифаттары ла юғары. Шәкәрләнеү тигән күренеште лә билдәләп үткем килә. Гранул эшләгәндә культураларҙағы гидротермик эшкәртеү процесында крахмал шәкәргә әйләнә. Мал аҙығы составындағы витаминдарҙың, микроэлементтарҙың шәкәрләнеүе малдарҙың, ҡоштарҙың һәм балыҡтарҙың организмына яҡшы йоғонто яһай. Малдарҙың аҙыҡ эшкәртеү органдары шыйыҡ һәм паста рәүешендәге аҙыҡты тейешенсә эшкәртеүгә көйләнмәгән. Грануллы аҙыҡ биргәндә ҡош энергияһын әҙерәк сарыф итә һәм аҙыҡты бөтә туҡлыҡлы матдәләре менән бергә йота. Эре малдарға онло мал аҙығын эләктереп ҡабыуы ауыр. Йотоу процесы, әлбиттә, бара, әммә сәйнәү аппараты тейешенсә файҙаланылмай. Ашҡаҙаны аҙыҡты тейешле хәлдә ҡабул итмәй. Ә грануллы аҙыҡ ашағанда малдың аппетиты күтәрелә һәм ул, сәйнәлеү арҡаһында, тейешенсә эшкәртелә.


Татьяна ИВАНОВА.


Автор фотоһы.
Читайте нас: