+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2018, 12:39

Ғаилә йылы. Ул беҙҙе нимәһе менән ҡыуандырыр?

2018 йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Фёдоровкалар Ғаилә йылынан нимә көтә? Ул йәштәр араһында ғаилә институтының, аталыҡ-әсәлектең абруйын күтәрергә, һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итерме? Төбәктә һәм районыбыҙҙа демографик хәл яҡшырырмы? Йәш ғаиләләр өсөн ниндәй ҙә булһа программалар ҡабул ителерме? Ошо һорауҙар менән төрлө йәштәге кешеләргә мөрәжәғәт иттек. Яуаптарҙы һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

2018 йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Фёдоровкалар Ғаилә йылынан нимә көтә? Ул йәштәр араһында ғаилә институтының, аталыҡ-әсәлектең абруйын күтәрергә, һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итерме? Төбәктә һәм районыбыҙҙа демографик хәл яҡшырырмы? Йәш ғаиләләр өсөн ниндәй ҙә булһа программалар ҡабул ителерме? Ошо һорауҙар менән төрлө йәштәге кешеләргә мөрәжәғәт иттек. Яуаптарҙы һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

Михаил, 34 йәш, эшҡыуар: “Быйыл йәш ғаиләләрҙең мохтажлыҡтарына, айырып әйткәндә, торлаҡ төҙөү программаһы буйынса грант бүлеү мәсьәләһенә иғтибар күберәк бирелер, тип уйлайым. Ғаилә йылында беҙҙең етәкселәр ҙә йәштәрҙең проблемаларына йөҙҙәре менән боролор, тигән ышаныста ҡалам. Юғиһә, йәш ғаиләләрҙе районда нисек ҡалдырырға?”

Елена, 40 йәш, һатыусы: “Һәр саҡта ла тик ыңғай нимәгә өмөт итәбеҙ, Ғаилә йылында ла шулай. Балаларыбыҙ мәктәптә уҡый, әсәлек капиталын тотоноп бөттөк. Үҙ өйөбөҙҙө һалдыҡ, йәштәргә күберәк ярҙам итһендәр ине”.

Евгений, 60 йәш, водитель: “Нимә көтөргә? Беҙҙең халыҡ көтөп өйрәнгән инде. Беҙ ваҡытында эшләнек тә, йорттар ҙа төҙөнөк, әлбиттә, балаларға ла, үҙебеҙгә лә бөтә нимәне лә тәьмин итә алманыҡ, әммә һорап йөрөмәнек, ярҙам көтмәнек. Сәләмәтлеге ташып торған йәш ирҙең теләгәнсә йәшәүе, араҡы эсеүе, күп балалы булыуы менән һатыу итеүе һәм дәүләттән төҙөлөшкә аҡса һорауы, йә булмаһа бушлай фатир таптырыуы асыуымды ҡабарта. Ә бит теләгәндәренә ирешәләр ҙә. Шул дөрөҫмө? Йәиһә икенсе миҫал- ғаилә башлығы себерҙә аҡса эшләй, ҡатыны балалары менән ауылда йәшәй, уларға йорт һалыуға грант бирәләр. Был да ғәҙел түгел инде».

Наталья, 50 йәш, хужабикә: “Ғаилә йылынан тик ыңғайлыҡтар ғына көтәбеҙ. Ҡыҙым, кейәүем балалары менән беҙҙең менән бер йортта йәшәйҙәр, улар ауылда йорт һалырға ниәтләй. Уларҙы программаларҙың береһенә индерерҙәр, тип ышанам. Күршеләге Ырымбур өлкәһендә ауылда эшләүселәр өсөн фатир бушлай бирелә. Беҙҙә ундай программалар бармы икән? Нисек кенә булмаһын, Ғаилә йылы айҡанлы саралар байтаҡ булыр, тип уйлайым».

Валера, 40 йәш, таксист: “Әлегә өйләнмәгәнмен. Ғаилә йылында ла башлы-күҙле булырға уйламайым, бәлки, кәрәктер ҙә. Өй һалырға аҡса йыям. Бер кемгә лә ышанмайым. Йәштәр нисек йорт һалырға тейеш? Ауылдарҙа бер яңы йорт та юҡ, тиерлек. Эшһеҙлектән ирҙәр вахта буйынса эш эҙләп китә. Бына нимә борсой халыҡты”.

Эдуард Сәлишев, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары: “Бөгөнгә иң мөһиме- йәш ғаиләләргә ярҙам сараларының дәүләт кимәлендә раҫланыуы. Уға әсәлек капиталын түләүҙең 2021 йылғаса оҙайтылыуы, күп балалы, әҙ килемле ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү инә. Республикала тәүге бала тыуғас, аҡсалата бүләкләү ҡаралған, әҙ килемле, күп балалы ғаиләләрҙә 2018 йылда өсөнсө йәиһә унан һуңғы булып тыуған һәр балаға өс йәшенә тиклем ай һайын аҡсалата түләү түләнә. Йәтим балаларға торлаҡ- үҙ аллы тормош өсөн старт мөмкинлектәре бирелә. Быйыл районыбыҙҙа ла социаль әһәмиәтле саралар планлаштырылған. Өҫтөнлөклө йүнәлештәргә мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, медицина һәм социаль хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, райондағы демографик хәлде яҡшыртыу инә. Ағымдағы йылда был дауам ителәсәк, шул иҫәптән халыҡ ҡатнашлығындағы проекттарҙы бойомға ашырыу сиктәрендә лә. Маҡсаты- ауыл тормошон яҡшыртыу, эшләү һәм тормошта үҙ урыныңды табыу өсөн шарттар булдырыу”.

Гәрәй ХӘЛИТОВ

һораштырҙы.

Читайте нас: