Өфөлә 24 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыуы булды. Төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов дәүләт башлығына Башҡортостанда Президенттың 2012 йылдың 7 майындағы указдарында яҙылған йөкләмәләрҙе үтәү барышы хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, ул төбәктә хеҙмәт хаҡының уртаса 3,4 процентҡа артыуын хәбәр итте.
Төбәк етәксеһе республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә балалы ғаиләләргә ярҙам саралары менән таныштырҙы.
Сәфәр барышында нефть-химия комплексы үҫешенең төрлө аспекттары тикшерелде. Гражданлыҡ йүнәлешендәге оборона-сәнәғәт комплексыпродукцияһын етештереүҙе диверсификациялау мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә Владимир Путин УМПО заводын гражданлыҡ продукцияһын етештереүгә көйләргә кәрәклеген белдерҙе. Сара Ростех Дәүләт корпорацияһы составындағы Өфө предпрятиеһы- ОДК-УМПО территорияһында уҙҙы. Унда Президент вертолет двигателдәре узелдарын эшләү һәм йыйыу производство-технологик үҙәген ҡараны.
Владимир Путин «Берләшкән двигателдәр төҙөү корпорацияһы – Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтендә булды. Предприятие хеҙмәткәрҙәре менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.Әңгәмәлә завод эшселәре оборона-сәнәғәте комплексын үҫтереү, эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыу, социаль ярҙам алыу кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Ипотека тураһында аралашҡанда, Владимир Путин түбән инфляцияның ипотека буйынса ставкаларҙы түбәнәйтеү мөмкинлеген биреүен әйтте. Президент республика Башлығының беренсе бала тыуғанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бирелгән 300 мең һумлыҡ социаль ярҙам башланғысын юғары баһаланы.
Президент Башҡортостан Башлығының эшмәкәрлеген тәжрибәле, һөҙөмтәле эш алып барыла, тип баһаланы.