Ғәҙәттәге хәрби иҫәпкә ҡуйыу осоро башланды. Быйыл унда 2001 йылда тыуған егеттәр ҡуйыла.
Фёдоровка хәрби комиссариаты пунктында халыҡ күп ине: кемдер шәхси эшен ала, етеҙерәктәре ҡайтанан тапшыра ине. Шул эштәр араһында хәрби-иҫәп пункты етәксеһе Ғ.М. Фәйзуллин беҙгә ҡыҫҡа, әммә йөкмәткеле мәғлүмәт биреп өлгөрҙө.
-Ғинуарҙан март аҙағынаса йыл һайын саҡырыу йәшенә тиклемге егеттәрҙе хәрби иҫәпкә ҡуябыҙ. Был этапта беҙ уларҙың сәләмәтлеге торошо менән танышабыҙ, белем кимәле, үҙләштерәсәк һөнәре, физик әҙерелеген тикшерәбеҙ.
(Мәҡәләнең дауамын район гәзитенән уҡығыҙ).