+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2018, 12:55

Күңелен һалып, тырышып эшләй

Александр Гладышев (фотола) - ауыр эштән ҡурҡмаған, ябай ауыл кешеһе. Ул бер нисә йыл “Юрматы” кооперативының Ключевка бүлексәһендә мал ҡараусы булып эшләгән.

Александр Гладышев (фотола) - ауыр эштән ҡурҡмаған, ябай ауыл кешеһе.
Ул бер нисә йыл “Юрматы” кооперативының Ключевка бүлексәһендә мал ҡараусы булып эшләгән.
Хужалыҡ тарҡалғандан һуң уны, тәжрибәле һәм яуаплы малсыны, фермер хужалығы башлығы Геннадий Михайлович Рощупкин үҙенә эшкә саҡырған.
Әле Александр Алексеевич һауым һыйырҙарын ҡарай. Бер мәртәбә лә эш биреүсеһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгән. Бурыстарын намыҫлы башҡара, һыйыр аҙбарындағы таҙалыҡ, тәртип, һәр һыйыр өсөн яуаплы. Йәйен айырыуса эш күп, булған эшенә малдарҙы көтөү бурысы ла өҫтәлә. Ҡышын да эш етерлек. Малдар быҙаулай, уларҙың сәләмәтлеге лә малсының тәрбиәһенә бәйле.
(Мәҡәләнең дауамын район гәзитенән уҡығыҙ).
Читайте нас: