Һуңғы ваҡытта телевизорҙан күреп, радионан ишетеп, ҡайҙалыр һыу баҫыуын йәиһә ҡойма ямғырҙар ҡойоуын, көслө буран булыуын, тәбиғи һәләкәттәрҙең артыуын белеп торабыҙ. Был аҙнала районыбыҙҙың Гавриловка ауылы халҡы елдең көсөн үҙҙәрендә тойҙо.
Көслө ел өйҙөң түбәһен тулыһынса алып ташлаған. Ике ҡатлы йорт зыян күргән. Бәхетле осраҡ менән генә дауыл ваҡытында был йорттоң ихатаһында, эргәһендә бер кем дә булмаған. Әммә зыян арыу килтерелгән: кирбес фронтон ишелгән, көслө ел арҡыры таҡталарҙы һәм профнастилды аҡтарып ташланған.
Шаһиттар әйтеүенсә, был көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә булған. Тәүҙә фронтон ишелгән, шунан ел таҡталарҙы һәм тимерҙе алып бәргән. Көслө елдән зыян күреүселәргә район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары И.И. Нурлығаянов, Бала Сытырман ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ғ.Ҡ. Ниғмәтуллин барған.
(Мәҡәләнең дауамын район гәзитенән уҡығыҙ).