+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2018, 12:12

Үҙ балаң өсөн яуаплылыҡ

Күптән түгел бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссиялары булдырылыуға 100 йыл булды. Бер быуат дауамында был дәүләт органдары үҫеп килеүсе быуындың проблемаларын хәл итеүҙә мөһим роль уйнай, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәр бала өсөн яуаплы булараҡ, кеше яҙмыштарын хәл итеүҙә ҡатнашалар. Фёдоровка районында бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия күп йылдар инде эшләп килә. Был дәүер эсендә уның рәйестәре, әлбиттә, үҙгәрҙе, әммә асылы шул уҡ ҡалды – бәлиғ йәшенә етмәгән балаға ярҙам итеү. Иң мөһиме –үҙ балаһын тәрбиәләү, уҡытыу өсөн имен тормош шарттары булдырыу - ата-әсәнән тора. Әммә бөтә ата-әсәләр ҙә быны аңлап етмәй. Әсәй (атай) яғынан балаһына ҡарата тейешле мөнәсәбәт булмаһа, йә балалары өсөн яҡшы шарттар булдырыу уларҙың ҡулынан килмәһә, был эшкә бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ҡыҫылырға мәжбүр./Мәҡәләнең дауамын район гәзитенән уҡығыҙ/.

Читайте нас: