+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2018, 12:24

Бер тапҡыр булһа ла ҡатнашыуың яҡшыраҡ

Элекке Фёдоровка 1-се мәктәбе ихатаһында үткән шәмбе ҡыҙыҡлы һәм йәнле булды. Бында тәүге тапҡыр “Ҙур ғаилә ялы” сараһы сиктәрендә “Әсәй, атай һәм мин – спорт ғаиләһе” спорт конкурсы үткәрелде.

Элекке Фёдоровка 1-се мәктәбе ихатаһында үткән шәмбе ҡыҙыҡлы һәм йәнле булды. Бында тәүге тапҡыр “Ҙур ғаилә ялы” сараһы сиктәрендә “Әсәй, атай һәм мин – спорт ғаиләһе” спорт конкурсы үткәрелде.
Уны “Ғаилә” Көняҡ үҙәге учреждениеһының Фёдоровка районындағы социаль ярҙам бүлексәһе район хакимиәтенең йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитеты менән берлектә үткәрҙе. Был матур ғинуар көнөндә ярышта ҡатнашыу өсөн ике ғаилә килде. Был күп балалы Әхмәровтар һәм Сидоровтар ғаиләләре ине.
Заданиелар ауыр булмаһа ла, бергәләп, тиҙ эшләү талап ителде. Ҡайһы бер күнекмәләрҙе эшләгәндә тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ, етеҙлек күрһәтергә кәрәк булды, ярышта ҡатнашыусылар быны булдыра алды.
Эстафетала билдәләнгән араны йүгереп үтеп, тупты икенсе ҡатнашыусыға тапшырырға кәрәк ине. Балалары ҡулынан тупты алыусы ата-әсәләр түңәрәк буйлап “өс аяҡта” йүгереп үтергә тейеш ине. Был ҡыҙыҡлы ла, күңелле лә күренеш булды. Сөнки парлап бәйләнгән аяҡтар тигеҙ хәрәкәт итергә тейеш ине. Был ярышта Әхмәровтар еңде.
Икенсе конкурста тубыҡтар араһына баскетбол тубып ҡыҫтырып, финишҡа тиклем һикереп барырға кәрәк булды. Бер арала Сидоровтар алға сыҡҡайны, тик эстафета аҙағында Әхмәровтар тағы беренсе булды.
Ярышсыларҙың Олимпия уйындары ваҡытында үткәрелгән спорт ярыштары тураһында белеүҙәре лә тикшерелде. Бында ике команда ла һорауҙарға теүәл яуап бирҙе.
Олимпия уйындары темаһын дауам итеп, сараны ойоштороусылар спортсыларға “олимпия уты” менән түңәрәк буйлап йүгереп үтеп, уны үҙенең ғаилә ағзаһына тапшырыу йөкләмәһен бирҙе. Бында ла тиҙлек, етеҙлек баһаланды, Әхмәровтар шәберәк йүгерҙе.
Һуңғы ярышта командаларҙы ике яҡҡа ҡапма-ҡаршы баҫтырып, урталарынан флагтар менән сик билдәләнеләр. Улар сик аша сыҡмай ғына бер-береһенә ҡағыҙҙан эшләнгән ҡарҙар бәрергә тейеш ине. Берәр “тоҡ ҡар” бирелде, кемдәрҙең яғында “ҡарҙар” әҙерәк, шулар еңеүсе була. Ярышыусыларҙың береһе лә бирешергә теләмәне. Һөҙөмтәлә Сидоровтар еңеп сыҡты.
Читайте нас: