+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2018, 12:10

Йомғаҡ яһалды, бурыстар билдәләнде

Фёдоровка район ветеринария станцияһында 19 ғинуарҙа 2017 йылғы эш йомғаҡтары буйынса йыйылыш булды. Кәңәшмә барышында йоғошло ауырыуҙарҙы профилактикалау маҡсатында ойошторолған эштәргә анализ яһалды. Үткән йыл Рәсәй өсөн дә, республика өсөн дә ауыр булды. Тиҫтәләгән миллиард һум зыян килтергән хәүефле ауырыуҙар теркәлде. Республикабыҙ малдарҙың биҙле дерматит һәм тағун ауырыуҙарынан күп зыян күрҙе һәм уның эҙемтәләре әле булһа үҙен белгертә. Рәсәйҙә мал ташыуға рөхсәт биргән һәм тыйған төбәкләштереү системаһы эшләй һәм Башҡортостанда малдарҙың Африка тағуны сире арҡаһында әле булһа сикләүҙәр бар./Мәҡәләнең дауамын гәзиттән уҡығыҙ/.

Читайте нас: