+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2018, 12:26

Һыйырҙарҙы бәләкәйҙән яратып ҡарай

Был ҡатын үҙ һөнәрен, ғүмере буйы һауынсы булып эшләгән әсәһенән күреп һайлаған. Мәктәптә уҡығанда әсәһенә ярҙам иткәндә, Кристина Бикбаева һауын аппараты менән эшләргә, малдар ҡарарға өйрәнгән.

Был ҡатын үҙ һөнәрен, ғүмере буйы һауынсы булып эшләгән әсәһенән күреп һайлаған. Мәктәптә уҡығанда әсәһенә ярҙам иткәндә, Кристина Бикбаева һауын аппараты менән эшләргә, малдар ҡарарға өйрәнгән.
Мәҡәләм геройы Нордовка ауылында тыуып-үҫкән. Ҡыҙ Аҡбулат егетенә кейәүгә сыҡҡан апаһына йыш ҡунаҡҡа килә торған булған. Тиҙҙән үҙе лә яҙмышын ошонда осратҡан.
Кристина яңы йәшәү урынына ла, эшенә лә тиҙ өйрәнгән. “Үҙәк” МТС-ы коллективының эшлекле мөхите уға оҡшаған, тәжрибәле һауынсылар эш менән дә, кәңәш менән дә ярҙам итергә тырышҡан.
Йәштәрҙең күпселеге фермалағы ауыр эшкә, көндә иртән тороуҙарға һәм өҫ кейеменә һеңгән мал еҫенә күнегеп бармай. Һыйыр һауыу механикалаштырылған булһа ла, һауынсыларҙың эше еңел түгел. Шуларҙың барыһына ла ҡарамаҫтан, Кристина Николаевна дүртенсе йыл инде һауынсы һөнәрен намыҫлы башҡара, уға 38 һыйырҙан торған төркөм беркетелгән.
(Мәҡәләнең дауамын район гәзитенән уҡығыҙ).
Читайте нас: