+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2018, 17:06

Хужалыҡтың киләсәге яуаплылар иңендә

“Азат” йәмғиәтенең Новоселка бүлексәһендә йәш малдарҙы ҙур эш тәжрибәһе булған быҙау ҡараусылар тәрбиәләй. Улар яҡшы артым алыуға ирешә һәм малдарының именлеген тәьмин итә.

Быҙау аҙбарында ҡул эшенә өйрәнгәндәр инде.
Быҙау аҙбарында ҡул эшенә өйрәнгәндәр инде.
“Азат” йәмғиәтенең Новоселка бүлексәһендә йәш малдарҙы ҙур эш тәжрибәһе булған быҙау ҡараусылар тәрбиәләй. Улар яҡшы артым алыуға ирешә һәм малдарының именлеген тәьмин итә.

Фермала беҙ үткән йома иртәһендә, малдарға аҙыҡ таратҡан мәлдә булдыҡ. Ат арбаһына сенаж тейәгән малсылар аҙбар алдына етәрәк беҙҙе үтеп китте. Быҙауҙар торған һарайҙа ла эш ҡайнай – ҡатындар уларға аҙыҡ һала, ситлектәрҙе тиреҫтән таҙарта ине. Биҙрәләргә һөт һалып ҡуйылған. Быҙау ҡараусы Алевтина Русакова эшенән айырылмай ғына фермалағы хәлдәр тураһында һөйләп бирҙе.

Хужалыҡта һыйырҙар быҙаулап бөткән, шуға ла аҙбар тулы. Һәр ситлектә бишәр-алтышар быҙау аҫрала. Уларҙы Светлана Семёнова, Вадим Ардаширов, Алёна Петрова ҡарай. Нина Маркелова алмашсы булып эшләй. Һәр малсыға бында 80 баш мал тура килә. Был ҙур булмаған коллективта бөтәһе лә үҙ бурысын намыҫлы башҡара. Малсылар бәләкәй быҙауҙарға иртән үк ферманан һөт килтерә. Үҫкәнерәктәренә - тәбиғи һөттө алмаштырғыс, ҡалғандарына йылы һыу бирелә. Хужалыҡта аҙыҡ етерлек, йәш малдар рационға ярашлы бөтә кәрәкле нимә менән тәьмин ителгән.


Текстың аҙағы - 10 (9934) һанлы район гәзитенең 1-се битендә.
Читайте нас: