+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2018, 17:15

Күрһәткестәрҙе үҫтереү мөмкинлеге бар

Күрһәткестәрҙе үҫтереү мөмкинлеге бар

М.В. Фрунзе ис. кооперативтың 2017 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса отчёт йыйылышы район хакимиәте башлығы В. Насретдинов ҡатнашлығында үтте. Уның эшен хужалыҡ рәйесе Ф. Ғәлиев алып барҙы. Ул хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында ентекле һөйләне, һандарҙы атаны, шулай уҡ киләсәккә бурыстар билдәләне.

Фәйрүз Заһретдин улы быйыл һөт продукцияһын эшкәртеү һәм мал һуйыу өсөн йыһаздар һатып алырға планлаштырылыуын хәбәр итте.

Хужалыҡтың баш агрономы Р. Сәйфуллин үҙенең сығышында һауа шарттарына ҡарамаҫтан, баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарыу зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте.

Баш инженер И. Кантимеров хужалыҡта машина-тракторҙар паркын яңыртыуға һәм модернизациялауға күп иғтибар бүленеүен белдерҙе. Былтыр ике “Акросс-550” комбайны һәм КСУ-1 сапҡысы алынған. Шул уҡ ваҡытта үҫемлекселек продукцияһын етештереү һөҙөмтәлелеге булған техниканың һанына һәм ҡеүәтлелегенә генә бәйле түгел, уларҙы рациональ файҙаланыу ҙа зарур. Хужалыҡта был йәһәттән барыһы ла уйланылған.

Малсылыҡ буйынса баш белгес Р. Кантимеров продукция етештереүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүҙәре һәм уны тағы ла арттырыу мөмкинлеге булыуы хаҡында һөйләне.

Кәңәшмәгә йомғаҡ яһағанда район хакимиәте башлығы эшсе кадрҙар мәсьәләһенә иғтибарҙы күберәк бүлергә һәм дәүләт программаларында ҡатнашырға тәҡдим итте.

Сара аҙағында М.В. Фрунзе ис. кооператив алдынғыларын һәм хеҙмәт ветерандарын хөрмәтләү һәм бүләкләү тантанаһы булды.

Татьяна ИВАНОВА.
Читайте нас: