+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2018, 17:23

Тыуған ауыл – йәшлек бишеге

Һәр кем үҙ тарихын белергә, ҡәҙерләргә тейеш. Тыуған ауылыңдың килеп сығыу тарихын өйрәнеп, үткән ваҡиғалар даирәһенә сумып ҡына ваҡыт йомғағын һүтеп булалыр ул

Һәр кем үҙ тарихын белергә, ҡәҙерләргә тейеш. Тыуған ауылыңдың килеп сығыу тарихын өйрәнеп, үткән ваҡиғалар даирәһенә сумып ҡына ваҡыт йомғағын һүтеп булалыр ул.

Районыбыҙҙа үткәрелеп килгән шәжәрә байрамдары ла үткәндәргә ҡыҙыҡһыныу уята. Уларҙа олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша. Йылдан-йыл бындай саралар үҙенең форматын да үҙгәртә, теге йәки был ырыу вәкилдәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙән тыш, төрлө тарихи факттар ҙа асыҡлана.

Күптән түгел ауыл мәҙәниәт йортонда Дедово ауыл биләмәһе ауылдары тарихына арналған сара үткәрелде. Халыҡ ауылдарының тарихы тураһында һөйләргә һәм белергә тип йыйылды. Был ауылдарҙың күбеһенең хәҙер инде картала ла булмауына ҡарамаҫтан, кешеләр уларҙы хәтерләй, йәштәр өлкәндәрҙең һөйләгенән белә әле.

Байрамдың тәүге өлөшөндә урыҫ крәҫтиәндәренең башҡорттарҙан ер алыуы тураһында театрлаштырылған тамаша крһәтелде. Дедово АБ башлығы Юрий Фадеев йыйылғандарҙы байрам менән ҡотланы. Шунан һуң ауылдар тарихына байҡау яһалды. Елена Фадеева Дедово ауылы тарихы хаҡында һөйләне. Базелево, Юрковка, Грицаевка ауылдарының килеп сығышы тураһында Ирина Иванова бәйән итте. Валентина Иванова Ильиновка, Новотроицк, Петровка ауылдарының үткәне менән таныштырҙы. Флүр Яхин өс ағалы-ҡустылының Ашҡаҙар буйҙарына килеп ултырыуы, Яңы Ауыл утары хаҡында һөйләп үтте.

“Рябинушка” ансамбле, Анжела Русакова, Зөлфиә Аҡсурина, Регина Насирова, балалар башҡарыуындағы концерт номерҙары байрамдың биҙәге булды.

О. МИЧУРИНА,

Дедово мәҙәниәт йорто мөдире.

Автор фотоһы.
Читайте нас: