+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2018, 11:51

Малсылыҡтағы иң мөһим мәсьәләләр тикшерелде

Уҙған аҙнала “Азат” йәмғиәте базаһында үткән малсылыҡ буйынса семинар-кәңәшмәгә райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре, һөтсөлөк фермалары мөдирҙәре, зооветеринария белгестәре саҡырылды. Кузьминовка һәм Үрге Яуыш ауылдарындағы малсылыҡ фермаларына барыу, шулай уҡ шәхси эшҡыуар В. Ермолаевтың ҡатнаш мал аҙығы етешереүе менән танышыу планлаштырылғайны.

Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Н.Ғ. Насретдинов йыйылыусыларҙы семинарҙың эш планы менән таныштырҙы һәм “Азат” йәмғиәте директоры А.В. Әминевҡа һүҙ бирҙе. Үҙ сиратында Азат Вахит улы хужалыҡтағы эштәр торошо хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.

-1 февралгә хужалыҡтың малсылыҡ фермаларында 2267 һыйыр малы аҫрала. Шуларҙың 820-һе- һыйырҙар. 2018 йылдың тәүге айында тулайым һауым 176288 кг тәшкил итте, 145746 кг һөт тапшырылды. Бөгөнгә тәүлеклек һауым 4700 кг тәшкил итә, эшкәртеүгә 3995 кг тапшырыла. Бер һыйырҙан тәүлегенә 10,1 литр һөт һауабыҙ. Быға тәү сиратта мал аҙығы сифатының яҡшы булыуы арҡаһында ирешәбеҙ. Шулай, ғинуарҙа был һан 180 ц, тәүлеклек артым 569 гр булды,-тине хужалыҡ директоры.

Ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы А.Е. Сальников семинарҙың темаһын һәм маҡсатын атаны.

-Райондың малсылыҡ тармағының мөһим бурысы- малдар һанын арттырыу, һыйырҙарҙың продуктлылығын күтәреү. Был мәсьәләне хәл итеүҙә таналарҙы үҫтереүгә ҙур роль бирелә. Бөгөн “Азат” йәмғиәте миҫалында беҙ таналарҙы маҡсатлы үҫтереүҙең нисек барыуын күрһәтергә, булған проблемаларҙы хәл итеү һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү юлдарын, был процесс барышында килеп тыуа алған мәсьәләләрҙе ҡарарға теләйбеҙ.

Семинар барышында йәш һыйыр малдарын үҫтереү технологияһы һәм эҙмә-эҙлелеге күрһәтелде, быға түбәндәге саралар комплексы инә. Төрлө йәштәге таналарҙы ашатыу тибына һәм кимәленә, уларҙы аҫрау ысулына төрлө талаптар ҡуйыла. Шуға бәйле таналарҙы үҫтергәндә түбәндәге йәш осорҙары билдәләнә.

Был хужалыҡта быҙауҙарҙы 10-15 көн буйы профилакторийҙа аҫрағандан һуң, иң тәүҙә төркөмдәргә бүләләр: 6 айға тиклемге орғасы быҙауҙар Үрге Яуыш фермаһында ситлектәрҙә аҫрала, үгеҙ быҙауҙар быйыл Кузьминовка малсылыҡ фермаһында ҡалған.

Артабанғы аҙым- дөйөм төркөмдә аҫралған 6 айлыҡтан ҙурыраҡ ҡасырыу йәшенә тиклемге (16-18 ай) быҙауҙарҙы айырыу.

Өсөнсө партия-ҡасырыу йәшендәге быҙауҙар һәм тыусалар. Улар ирекле аҫрала. Улар яһалма ҡасырыу юлы менән орлоҡландырылғандар, һәр береһенең орлоҡландырыу ваҡыты яҙылған биркаһы бар. Әле улар Кузьминовка малсылыҡ фермаһының ялан кәртәләрендә аҫрала.

Семинар барышында мөһим фактор- йәш малдарҙы үҫтергәндә баланслы ашатыу мөһим булыуы билдәләнде. Фураждың составы һәм сифаты һөт продуктлылығына һәм көтөүҙең ишәйеүенә йоғонто яһай. Был маҡсатта семинарҙа ҡатнашыусылар ШЭ Ермолаевтың ҡатнаш мал аҙығы әҙерләү цехында булды. Бында улар ГОСТ нормаларына ярашлы, нәҡ быҙауҙар өсөн ҡатнаш мал аҙығы етештереү процесын ҡараны.

Семинарҙа ҡатнашыусылар малсылыҡ объекттарын ҡарап үткәндән һуң, Үрге Яуыш ауыл мәҙәниәт йортонда йомғаҡ яһарға йыйылды.

Ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы А.Е. Сальников үҙ сығышында малдарҙың идентификацияһы мәсьәләһендә туҡталып китте. Яңы талаптар буйынса, биркаларҙа ил, төбәк, муниципаль берләшмә, хужалыҡ кодтары һәм малдың үҙенең коды күрһәтелергә тейеш. Әгәр крәҫтиән-фермер хужалығының һәм ауыл хужалығы предприятиеһының үҙ коды һәм үҙ төҫө (улар өсөн һары) булһа, шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарҙағы малдар 99-сы код аҫтында һәм ҡыҙыл биркалы буласаҡ. Александр Евграфович ағымдағы йылдың ғинуарына малсылыҡ буйынса йомғаҡ яһаны.

- Тейешле ветеринария-санитария саралары дөрөҫ үткәрелгәндә, йәғни бөтә малдарға, бөтә төр малсылыҡ продукттарына һәм сеймалына, күсереп килтерелә торған фуражға тейешле формалағы ветеринария таныҡлыҡтарын талап иткәндә, малсылыҡта бөтә иҡтисади юғалтыуҙарҙы булдырмаҫҡа мөмкин,- тине район ветеринария хеҙмәте вәкиле Е. А. Барышников. Ул шулай уҡ миҫал итеп республикабыҙҙа эпидемия сығыу осрағын һәм күп миллионлаған юғалтыуҙар кисерелеүен иҫкә төшөрөп үтте, малсылыҡ продукцияһы өсөн индерелгән электрон ветеринария документтары хаҡында ла һөйләне.

Федоровка һөт заводы директоры Р. М. Хаҡетдинов хужалык етәкселәренә һәм ветеринария хеҙмәте белгестәренә антибиотик-тар менән дауаланған һыйырҙарҙың һөтөн тапшырырға ярамыуы хаҡында иҫкәртте. Әгәр бындай хәл килеп сыға икән, ул саҡта был малдарҙы төп төркөмдән айырырға һәм дауалау курсы бөтмәйенсә, уларҙан һауылған һөттө һатыуға сығармаҫҡа тәҡдим итте.

- Таможня союзының “Һөт һәм һөт продукцияһының хәүефһеҙлеге тураһында”ғы 033/2013-сө техник регламент талаптарына ярашлы, һөттә антибиотик булырға тейеш түгел, - тине. Ул райондың дүрт ауыл хужалығы предприятиеһының “Органик продукт” программаһында ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Әле ҡатнашыуға тейешле документтар әҙерләнә.

Кәңәшмәгә район башлығы В. Ф. Насретдинов йомғаҡ яһаны. Ул эште юғары кимәлдә ойошторғанда ғына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп булыуын һәм күп нимәнең был тармаҡ етәкселәренә, белгестәренә бәйле булыуын билдәләне.

Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: