+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2018, 13:15

Мауығыуҙарға бай кеше

Батыр ауылында тырыш ғаиләләр бихисап. Ирле-ҡатынлы Хәлитовтар ҙа шундайҙарҙан. Мәҙәрик Батыр улы менән Земфира Хөснулла ҡыҙы егерме йылдан ашыу фермер хужалығын уңышлы алып барған, үҫемлекселек менән шөғөлләнгән, 35-40-ар баш сусҡа аҫраған. Лайыҡлы ялға сыҡҡас та, улар ҡул ҡаушырып ултырмай. Һәр береһенең яратҡан шөғөлө ба

50 йыл бергә татыу ғүмер кисергән ғаилә парында ошо көндәрҙә ҡунаҡта булдыҡ. Мәҙәрик Батыр улы бик ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булып сыҡты. Ул «Батыр» колхозында эшләүе, шунан үҙ хужалығының баҫыуҙарында һәм фермаһында көс һалыуы хаҡында бәйән итте. Земфира Хөснулла ҡыҙы бөтә эштә лә иренең төп ярҙамсыһы булған. Ул өй эштәренә лә, өс ҡыҙын наҙлап үҫтерергә лә өлгөргән. Улар ҡыҙҙарына юғары белем алырға ярҙам иткән, үҙ аллы тормош юлына баҫтырған. Хәҙер һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе һәм балалары бар.Өләсәй- олатайҙарын ҡыуандырып, алты ейәндәре үҫә. Балалрының һәр береһе үҙе яратҡан эшендә эшләй.
Читайте нас: