+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2018, 18:46

Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда илдең үҫеш өҫтөнлөктәрен билдәләне. «Беҙ нимәгә өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙ? Ҡабатлайым: халыҡтың именлеген, Рәсәй ғаиләһендәге етешлекте төп үҫеш факторы тип иҫәпләйем», — тине дәүләт башлығы. Киләсәккә даими ынтылыш, йолалар һәм ҡиммәттәр беҙҙең мең йыллыҡ тарихыбыҙҙың күсәгилешлеген тәьмин итте. Беҙ ҙур, еңел булмаған үҙгәрештәр аша үттек, бөтөнләй яңы һәм үтә ҡатмарлы иҡтисади, социаль саҡырыуҙарҙы еңеп сыҡтыҡ, илдең берҙәмлеген һаҡлап ҡалдыҡ, азат, үҙаллы юлда демократик йәмғиәт булараҡ нығындыҡ. Ил тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә тиерлек тотороҡлоҡто тәьмин итеүгә өлгәште, был беҙҙең ҙур күп милләтле, ҡатмарлы федераль ҡоролошло, төрлө мәҙәниәтле, тарихи емереклектәр һәм Рәсәй өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙарҙы хәтерендә тотҡан илебеҙ өсөн бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса журналистарға, Владимир Путиндың сығышы илдең алдағы йылдарға аныҡ үҫеш йүнәлешен билдәләне, тип белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда илдең үҫеш өҫтөнлөктәрен билдәләне.

«Беҙ нимәгә өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙ? Ҡабатлайым: халыҡтың именлеген, Рәсәй ғаиләһендәге етешлекте төп үҫеш факторы тип иҫәпләйем», — тине дәүләт башлығы.

Киләсәккә даими ынтылыш, йолалар һәм ҡиммәттәр беҙҙең мең йыллыҡ тарихыбыҙҙың күсәгилешлеген тәьмин итте. Беҙ ҙур, еңел булмаған үҙгәрештәр аша үттек, бөтөнләй яңы һәм үтә ҡатмарлы иҡтисади, социаль саҡырыуҙарҙы еңеп сыҡтыҡ, илдең берҙәмлеген һаҡлап ҡалдыҡ, азат, үҙаллы юлда демократик йәмғиәт булараҡ нығындыҡ.

Ил тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә тиерлек тотороҡлоҡто тәьмин итеүгә өлгәште, был беҙҙең ҙур күп милләтле, ҡатмарлы федераль ҡоролошло, төрлө мәҙәниәтле, тарихи емереклектәр һәм Рәсәй өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙарҙы хәтерендә тотҡан илебеҙ өсөн бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса журналистарға, Владимир Путиндың сығышы илдең алдағы йылдарға аныҡ үҫеш йүнәлешен билдәләне, тип белдерҙе.

«Президент власть, бизнес, йәмғиәт иғтибар итергә тейешле аныҡ йүнәлештәрҙе атаны. Тәү сиратта – илебеҙгә хәүеф менән янаған технологик артта ҡалыуҙы еңеп сығыу, — тип билдәләне республика башлығы. — Бынан тыш, Мөрәжәғәтнамәлә йәмғиәткә, халыҡҡа бөтә йүнәлештәр буйынса, һәр яҡлап булышлыҡ итеү темаһы асыҡ яңғыраны. Шуны билдәләп үтке килә: Башҡортостанда Владимир Путин әйткән күп аспекттар буйынса эш тулы ҡеүәттә бара. Атап әйткәндә, был демография, балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә ҡағыла. Республикабыҙҙа федераль ярҙам сараларын тулыландырған бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр һәм өҫтәмә льготалар бар. Бынан тыш, былтыр Ғаилә министрлығы ойошторолдо, ул ғаилә сәйәсәте мәсьәләләре менән шөғөлләнеү маҡсатын ҡуя. Һаулыҡ һаҡлау тармағын нығытыу йәһәтенән түбәндәгене әйтә алам. Беҙ ауыл халҡына медицина ярҙамын яҡынайтыу өсөн модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәрен булдырыу буйынса программаны башланыҡ. Республика һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең заманса стандарттарын индереү буйынса «Һаҡсыл поликлиника» проектына ҡушылды. Өфөлә онкодиспансерҙың яңы корпусы төҙөлә башланы, киләсәктә кардиодиспансерҙы яңыртырға ниәтләйбеҙ».

«Быйылғы Мөрәжәғәтнамә алдағыларҙан үҙенең структураһы, динамикаһы, ҡуйылған маҡсаттарҙың ҙурлығы менән айырылып тора, — тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Дәүләт башлығының сығышы аныҡ ҡына ике өлөшкә бүленә, уларҙың беренсеһе – яҡындағы алты йылға илдә иҡтисадты һәм йәмәғәт тотороҡлоғон үҫтереүгә, икенсеһе тышҡы сәйәсәткә, өр-яңы ҡоралланыу системаһын булдырыуға һәм донъяның алдынғы илдәре менән һөйләшеү алып барыуға арналған».
Читайте нас: