Сементеевтарҙың һәр саҡ мөхәббәткә, бер-береһенә ихтирамға һәм күңел йылыһына тулы өйөндә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан ҡунаҡта булдым. Елена менән Николай һигеҙ йыл элек танышыуҙары тураһында һөйләне. Бер-береһенә ғашиҡ булып, өйләнешергә ҡарар иткәндәр. Тәүҙә ваҡытлыса торлаҡ алып йәшәгәндәр, эшләгәндәр.
Ҡатын «Гермес» ҡулланыусылар йәмғиәтендә-ашнаҡсы, ир эшҡыуарҙа мебель эшләү буйынса балта оҫтаһы булған. Еңел булмаған, әммә мөхәббәттәре, бер-береһенә ихтирамлы булыуҙары ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам иткән. Өйләнешеүҙәренә ун ай тигәндә ғаилә тормоштарын биҙәп, ҡыҙҙары Алена донъяға килгән. Ике йылдан улдары Артем тыуған.
Ирле-ҡатынлы үҙҙәренең торлағы тураһында етди уйлай башлаған. Әсәлек капиталына йорт һатып алғандар, әкренләп уны уңайлыландырғандар.