-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2018, 12:37

Тормошобоҙ сифаты уларға бәйле

Ниндәйҙер ҡалаға йәиһә ауылға ҡылыҡһырлама бирергә булһаң, тәү сиратта юл торошо баһалана. Был эшмәкәрлек тармағы һәр саҡ көнүҙәк булып тора. Бер урында юлдар ремонтланһа, икенсе ерҙә улар иҫкерә һәм иғтибар талап итә башлай, шуға ла юл инфарструктураһы һәр саҡ көн тәртибендә.

2017 йылда “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Фёдоровка юл төҙөү- ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре байтаҡ эш башҡарҙы. 3,1 км оҙонлоғондағы Фёдоровка- Покровка һәм 0,5 км оҙонлоҡтағы Фёдоровка-Новоселка автомобиль юлдары ремонтланды. Шулай уҡ 1 км оҙонлоҡта Фёдоровка- Мәләүез-Ҡораласыҡ юлы һәм Фёдоровканың 0,6 км урау юлының иҫкергән асфальт япмалары тергеҙелде. Тәнәй ауылына ингәндәге 0,5 км юл тәртипкә һалынды. Район үҙәгендә Коммунистик (йәйәүлеләр юлына асфальт түшәлде), Киров, Төньяҡ урамдары буйынса юл ремонтланды, Тыныслыҡ һәм Салауат Юлаев урамдары буйлап ҡом-ҡырсынташ һалынды. Шулай уҡ Покровка ауылына ингәндәге һәм мәктәпкә бара торған юлға асфальт түшәлде. Яҡын арала Фёдоровка урау юлының 1,25-3,25 км участкаһында 2 км һәм 26,8-29,4 км участкаһында 2,6 км оҙонлоҡтағы Фёдоровка-Мәләүез автомобиль юлдары ремонтланасаҡ- был бер йылға планлаштырылған эштәрҙең бер өлөшө генә.

Бындай ҙур күләм эшкә апаруҡ аҡса тотонолдо, әлбиттә. Әммә был сығымдар мөһим, сөнки район халҡының тормош сифаты һәм хәүефһеҙлеге туранан-тура юлдарҙың торошона бәйле. Республикала һәм дөйөм илебеҙ буйынса юл фонды күләменең артыуы күңелле хәбәр булды.

-Юл эшмәкәрлеген финанслауҙың артыуы ҡыуандыра. Тимәк, район юлдарын яҡшыртыу мөмкинлеге арта, шулай уҡ өҫтәмә эш урындары булдырырға мөмкин буласаҡ. Юл эштәре- еңел булмаған бурыс, шуға ла Президентыбыҙҙың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгән урындағы һәм төбәк юлдарға иғтибар артасағы тураһындағы хәбәргә шатландым, тип үҙ фекере менән бүлеште Фёдоровка юл төҙөү- ремонтлау идаралығы начальнигы И.Р. Ниғмәтуллин.

Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: