Байрам алдынан шундай кешеләрҙең береһе, һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе Сиразетдинов Хәлил Сабит улы менән осраштым. Ул Өсбүләк ауылында тыуған, Владивостокта Б-641 проектлы дизелле һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән. Армия хеҙмәте тураһында иҫтәлеккә фотоальбомы, шул кәмәнең макеты, диңгеҙ аҫтынан үҙе эҙләп алған мәрйендәр- уның йәш сағын хәтерләткән иҫтәлектәре. Йәшлектең алтын мәле, был хаҡта һөйләргә лә, иҫкә алырға ла оят түгел.
-Ҡораласыҡ урта мәктәбен тамамлап, 1974 йылда ауылда клуб мөдире булып эшләнем. Киләһе йылда яҙ, майҙа армияға алындым. Фёдоровка районынан өс егетте маршрут автобусында Өфөгә саҡырыу пунктына оҙаттылар. Ике көндән һуң өсөбөҙ ҙә Алыҫ Көнсығышҡа юлландыҡ- тип һөйләй Хәлил Сабир улы.
Флотҡа ниндәй критерийҙар буйынса һайланылар, тигән һорауыма әңгәмәләшсем:
-Иң мөһиме- яҡшы физик әҙерлек, урта йәиһә урта-махсустан да кәм булмаған белем булғандыр, моғайын. Урынға килеп еткәс, ҡайтанан медицина һәм барокамерала тикшереү үттек: тиҫтәләгән кешене ҡыҫынҡы, ныҡлы ябылған һауытҡа урынлаштырҙылар. Камерала баҫым юғары ине. Быны ла үттек. Тикшереүҙән һуң бер йылға уҡыуға ебәрҙеләр. Владивостокта һыу аҫты кәмәһе өсөн белгестәр әҙерләү буйынса уҡыу отрядында булдыҡ. Ете ай- тренажерҙарҙа, макеттарҙа, ҡалған биш айҙы һыу аҫты кәмәһендә стажировка үттек. 1976 йылдың майында һыу аҫты кәмәһенә билдәләнеләр, артабанғы ике йыл хәрби дежур торҙом,-ти элекке матрос.