Юрматы ауылынан Ғәҙил Гәрәй улы менән Асия Миҙхәт ҡыҙы Ханнановтар нәҡ шундайҙарҙан, тыуған, тамыр ебәргән ерҙәрендә генә йәшәй ала. Икеһе лә ошо ауылда тыуып-үҫкән, бында ғашиҡ булғандар, өйләнешкәндәр, тиҙҙән өлгөлө ғаилә булып йәшәүҙәренә ярты быуат була.
1971 йылда, 25 йәшендә Ғәзил ағай Асияһын осрата. Эш шулай була. Йәш егет ул саҡта Мәләүез шәкәр заводынан һығынты ташый. Салауатта эшләүсе Асия Миҙхәт ҡыҙы, буласаҡ ире эшләгән машинаға юл ыңғай ултырып ҡайта. Бер ауылда йәшәһәләр ҙә, осрашҡандары булмай уларҙың, шулай килеп сығыр тип уйламағандар ҙа. Ул егеттән алты йәшкә кесе була. Ғәзил Гәрәй улы бик ҡыйыу була- ике-өс көндән ҡыҙға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай, ыңғай яуап алғас, йәштәр яҙмыштарын ныҡлы ғаилә ептәре менән бәйләй.
-Нисә йыл инде хәҙер, Асия?-тип һорай ғаилә башлығы.
-48-се йыл, 1971 йылды бергә ҡаршыланыҡ,- тип яуаплай ҡатын.
Ғаилә альбомындағы фотонан йәш, матур пар- Ханнановтар ҡарай.