+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2018, 11:22

Маҡсат бер- мул уңыш алыу

Һуңлап булһа ла, яҙ әкренләп үҙ хоҡуҡтарына инә, ә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре сәсеүгә әҙерләнә. Баҫыуға сығыр алдынан орлоҡ әҙерләргә, яғыулыҡ-майлау материалдары запасын булдырырға, техниканы һәм ауыл хужалығы инвентарҙарын ремонтларға кәрәк.

“Азат” йәмғиәтендә яҙғы-баҫыу эштәренә бөгөндән сығырға әҙерҙәр, тиергә була. Предприятиеның баш инженеры Гәрәй Яҡупов Үрге Яуыш бүлексәһендә 20 мартта уҙған техник тикшереүгә механизаторҙар 17 берәмек техника сығарыуын әйтте, шуларҙың барыһы ла тикшереү үткән.

Азаттар яҙғы-баҫыу эштәренең артабанғы планын да уйлаған. Сәсеүгә “Омичка” сәскесле өс агрегат, “АМАЗОНЕ” сәсеү комплексы йәлеп ителәсәк. Яңы техниканы былтыр көҙ һатып алғандар һәм тәжрибәле механизаторҙар Тәлғәт Дашкин менән Илдус Һөйәрғоловҡа беркеткәндәр.

Юғары етештереүсәнле заманса техника арҡаһында көҙөн 1000 гектарҙан ашыу ер һөрөлгән. Беренселәрҙән булып дым ҡаплатыуға Т-150 агрегаты сығасаҡ. Сәсеү алды культивацияһына өс агрегат йәлеп ителәсәк. Ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлау өсөн 500 тонна минераль ашлама ҡайтартылған.

Орлоҡ таҙартыу эштәре тамамланып килә. Һауа температураһы күтәрелеү менән орлоҡ ағыулау эштәре башланасаҡ. Сәсеүгә яғыулыҡ-майлау материалдарын һатып алыуға килешеү төҙөлгән.

Инженер әйтеүенсә, “Азат” йәмғиәтенең Новоселка бүлексәһендә техник тикшереү үткәрелгән, әле унда сәсеү агрегаттарын эшкә әҙерләү бара. 200 тонна ашлама ҡайтартылған.

Райондың бөтә хужалыҡтарының да үҙ пландары, әммә маҡсаттары бер- мул уңыш алыу өсөн сәсеү кампанияһын ваҡытында һәм сифатлы үткәреү. Был мөһим осорға әле үк яҡшы әҙерләнергә кәрәк.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: