+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2018, 11:28

Үҙ ғәмәлдәрең өсөн яуап бирергә кәрәк

Бер нисә шылтыратыу берәҙәк эттәргә ҡағылышлы булды. Мәҫәлән, беҙ улар хаҡында 9 марттағы 20-се һанда яҙғайныҡ. Битараф булмаған гәзит уҡыусыларҙың фекерен килтерәм.

Берәҙәк эттәр тураһындағы мәҡәләне уҡыным. Шунда уҡ Интернетта берәҙәк эттәрҙең 19 йәшлек егетте үлтергәнсе талауы тураһында хәбәр сыҡты. Эттәр уға һәм артынан килгән йәш ҡатынға һөжүм иткән. Ҡатынды ҡотҡарғандар, полиция һәм табиптарҙы саҡырғандар. Ҡатын ауыр хәлдә реанимацияға эләккән. Егетте ҡотҡарып ҡала алмағандар.

Эт-бесәй яратыусыларға шуны әйткем килә. Алығыҙ ҙа, үҙегеҙ тәрбиәләгеҙ- өйрәтегеҙ, ашатығыҙ, тәрбиәләгеҙ, ҡағиҙә буйынса аҫрағыҙ.

Эттәрҙе нисек аҫрау кәрәклеген барыһы ла беләме икән? Минеңсә, юҡ. Беҙ оҙаҡ ваҡыт эт аҫраныҡ, бәйләп тоттоҡ, ул хужаларын таный ине, кешеләргә бер ҡасан да һөжүм итмәне. Эт өсөн хужаһы яуаплы булырға тейеш-көн дә уны йөрөтөргә, тәрбиәләргә, ауырыуҙарҙан, паразиттарҙан дауаларға кәрәк. Хужаһыҙ эттәр булырға тейеш түгел.

Ҡайһы саҡта Фёдоровка тураһындағы сайтҡа инәм һәм йәш әсәләргә аптырайым. Бәләкәй бала ябалаҡ һорай, әсәһе уны ҡайҙан алырға була тигән һорау менән борсола! Әсәһе балаһына был ҡоштоң урманда ғына йәшәүен, кеше менән аралашыуы хәүефле булыуын аңлатырға тейеш. Балағыҙ ҡоштар, хайуандар менән ҡыҙыҡһына икән, китапханаға барып китаптар алығыҙ. Бергәләшеп ҡарағыҙ, уҡығыҙ, һөйләшегеҙ, фильмдар ҡарағыҙ. Тәбиғәткә һөйөү шунан башлана. Ә ябалаҡ балаһы әсәһе-атаһынан ҡалһа, һәләк буласаҡ. Балағыҙға канарейка йәиһә тутыйғош һатып алығыҙ ҙа бергәләшеп тәрбиәләгеҙ. Кескәй дуҫтарыбыҙҙың шундай уҡ тере йән эйәһе булыуын аңлатығыҙ.

В. САВЕЛЬЕВА,

Фёдоровкала йәшәүсе.

ххх

-Бындай кәнфиттәрҙе ташларға кем рөхсәт итте икән? Әгәр берәйһенең урамға саф һауаға сыҡҡан эте йәиһә бесәйе шул кәнфитте ҡапһа, ул һәләк буласаҡ бит! Улай эшләргә ярамай! Берәҙәк эт-бесәйҙәрҙе тоторға һәм ҡағиҙә буйынса аҫрарға кәрәк,- ти Фёдоровкала йәшәүсе Татьяна.

ххх

-Был йортто яҡшы беләбеҙ, ул балалар баҡсаһы эргәһендә урынлашҡан. Ҡатындың күңел йомшаҡлығы арҡаһында эттәрҙе ашатып йөрөүенән бер яҡшылыҡ та күрмәйем. Беҙ тәҙрәнән ул эттәрҙең музыка мәктәбенә йәиһә Ижад үҙәгенә түңәрәктәргә барған балаларҙы баҫтырғанын күрә инек. Эттәрҙән ҡурҡып ҡото осҡан балалар ҙа бар. Әхирәтемде бәләкәй сағында эт ҡурҡытҡан. Эҙемтәһе яҡшы түгел- ул йөрәк ауырыулы булып ҡалды.

Әгәр эттәр йәл икән, ал да үҙеңә аҫрауға, күңелең булғансы йәллә.

Балалар баҡсаһында эшләйем, балаларҙы саф һауаға алып сығыр алдынан территорияла эттәрҙең барлығын-юҡлығын ҡарайбыҙ. Улар балаларҙың ҡом менән уйнаған урынын бысратырға мөмкин, шунан бала ауырыһа, кем ғәйепле була. Шуға күрә уйнағандан һуң, территориялағы ҡомлоҡтарҙы томалайбыҙ.

Берәҙәк эттәрҙе юҡ итеп дөрөҫ эшләйҙәр.


Валентина, тәрбиәсе.


Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың фекерҙәре төрлөсә. Беҙ ауыл биләмәһе хакимиәтенән йәиһә ауыл хужалығы идаралығынан яуап көттөк- берәҙәк эттәр мәсьәләһе ҡасан һәм нисек хәл ителәсәк, эттәр өсөн йорт асылырмы? Әммә әлегәсә был мәсьәлә асыҡ ҡала.

Светлана ЗАЙЦЕВА.
Читайте нас: