Шундай әүҙем кешеләрҙең береһе менән осраштыҡ. 2011 йылда республика грантын алып, Сергей Степанович Арыҫланов үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын булдырған. Ошо йылдарҙа уҡ һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар иткән. Романов тоҡомло һарыҡтар, техника һатып алған, йөҙ гектарҙан ашыу ер алған һәм ең һыҙғанып эшкә тотонған. Эшкә ғаиләһен, туғандарын йәлеп иткән.
Әле тырыш хужаның кәртәһендә 80 һарыҡ аҫрала. Бөгөнгө хәлдәре тураһындағы һорауыма ул:
-Әлегә хужалыҡ йәшәп килә. Күреүегеҙсә, һарыҡтар ҙа бар,- тине ул һарыҡтарға күрһәтеп.- Һарыҡ итенә һорау кәмене. Күпселектә тоҡомға алалар, ҡайһы берҙә генә итен һатам, -ти Сергей Степанович.
-Ҡышлатыу нисек булды, мал аҙығы яғы нисегерәк?
-Һәйбәт ҡышланыҡ. Һарыҡтар әллә ни көйһөҙ мал түгел. Ҡыш эсендә береһе генә үлде. Был әллә ни ҙур юғалтыу түгел,- ти хужа.- Мал аҙығын үҙ көсөбөҙ менән әҙерләнек. Бесән сабыу өсөн бөтә инвентарь ҙа бар. Яҡынса 100 гектарҙа сәсеп, урабыҙ. Дөйөм алғанда, фураж етерлек кимәлдә, -тине Сергей Степанович.
Ихатаһында яңы таҫмалы пилорама ҡуйылған. Хужалыҡсыл ир бөтә нимәгә лә өлгөрөргә тырыша. Үҙе әйтеүенсә, был ҡоролманың тик торғаны юҡ- ағас эштәренә һәр саҡ заказ бар.
Киләсәккә ҙур өмөттәр менән йәшәгән Орловка фермеры хаҡлы ялда. Әллә ни ҙур пландар ҡормай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Сергей Степановичтан килгән ыңғай энергетика арҡаһында, ошондай кешеләр барҙа ауыл йәшәйәсәк әле, тигән уй килә башҡа. Уның өлгөһөндә үҙеңде фермер ролендә тойоп ҡарарға мөмкин.
Халыҡ әйтмешләй, ятып ҡалғансы, атып ҡал.