-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2018, 10:56

Ғаилә юлы Бриллиант туйға алып килгән

“Яратаһың икән, үҙ сығанағыңдағы һыуҙы ғына эс. Был осраҡта тоғролоҡ-тәбиғи нимә”. Француз яҙыусыһы Стендальдең был һүҙҙәрен әллә ҡасан уҡығайным. Динес ауылында бергә 60 йыл ғүмер юлы үткән ғаилә парында булғандан һуң, был һүҙҙәрҙең ир менән ҡатындың мөнәсәбәтен асыуын аңланым.

Шәмсетдинов Фәйзулла Ғабдулла улы менән Вәлитова Рәмилә Ғәбидин ҡыҙы күп йылдар элек осрашҡан. Балыҡлы ауылы ҡыҙы Динескә туғандарына ҡунаҡҡа килгән. Өс йыл армия хеҙмәтендә булған мыҡты кәүҙәле, сибәр ауыл егете ҡыҙҙы бер күреүҙән оҡшатҡан, йор һүҙле Фәйзулла тәүҙә юғалып ҡалған, янына килергә лә ҡурҡҡан. Әммә үҙен ҡулға алған һәм танышырға йөръәт иткән. “Ниңә көтөргә, йә берәйһе алып китер, -тип уйланым да, өйләнешергә тәҡдим яһаным.- Тормошомдан ҡәнәғәтмен, Рәмиләм менән бәхетлемен. Ҡатыным нисек уйлайҙыр, белмәйем. Үҙемә лә ҡыҙыҡ”.

Бабай әбейенә йылмайып ҡарай. Уныһы бабаһының иңенә ҡағылып: “Әйтерһең инде. Яҙмышымда һине осратыуыма бер ҙә үкенмәйем. Әрләшмәйенсә булмай инде ул, әммә һин мине йәберләмәнең, ауыр һүҙ тейҙермәнең. Татыулыҡта, бер-беребеҙҙе аңлашып йәшәнек, барыһы өсөн дә һиңә рәхмәтлемен”,- ти.

Тәүге күрешеүҙән барлыҡҡа килгән йылы хис ныҡ һәм татыу ғаилә нигеҙе булып киткән. Икеһе лә эшһөйәр ғаиләнән, эшләп үҫкәндәр. Фәйзулла бабай армиянан һуң фабрика-завод мәктәбендә балта оҫтаһына уҡып сыҡҡан, был һөнәр ауылда һәр саҡ кәрәк булырына ышанған һәм хаталанмаған. Шунан тимер ат-трактор йөрөтөргә өйрәнгән (уға тиклем колхоз эштәрендә уның ярҙамсыһы ат булған) һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған колхозда шул белгеслек буйынса эшләгән. Ул- хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү айҡанлы юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.

Мөхәббәт- көн дә һаҡлауға мохтаж хис. Улар ике кешенең көндәлек татыу тормошонан ғибарәт. Ҙур хужалыҡ аҫрағандар, өйҙә- балалар, 42 йыл буйы бер-береһен аңлап йәшәгән ҡәйнә. Йорт мәшәҡәттәрен уртаҡ бүлгәндәр, колхоз эштәренә лә бергә йөрөгәндәр, барыһына ла өлгөргәндәр. Рәмилә инәй һарыҡ, сусҡа фермаларында ла эшләгән, һауынсыларҙы ла алмаштырған, барыһы менән бергә сөгөлдөр утаған, Белорет урманында ағас та йыҡҡан. Бер эштән дә ҡалмаған. Фәйзулла бабай менән Рәмилә инәй балаларын да эшкә өйрәтеп үҫтергән.

Ата-әсә балаларынан ҡәнәғәт, яҡшы балалар тәрбиәләгәндәр, әле уларҙың хәстәренә, һөйөүенә сорналып көн итәләр. Ҡыҙҙары Рүзилә ғаиләһе менән Мәләүездә йәшәй, Резеда менән Рәсимә-Фёдоровкала. Балалары менән улар атай-әсәй йортона йыш ҡайталар. Ҡыҙҙары йорт эштәрендә булышһа, улдары Хифзулла эргәләрендә, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша.

Бриллиант туйҙары юбилярҙарҙың ғына түгел, балаларының, дүрт ейәндәренең, дүрт бүләләренең, уларҙы белгәндәрҙең дә байрамы. 85 йәшлек Фәйзулла бабай менән 83 йәшлек Рәмилә инәй матур тормош юлы үткән. Балалары уларға рәхмәтле һәм ошо шиғыр юлдарын бүләк итәләр:

Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ һеҙ,

Атай- әсәй, тағы гөрләшеп,

Яҙҙар һайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар

Осһон әле һеҙҙән көнләшеп!


Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: