92-се янғын часы начальнигы С.С. Насиров янғын-тактик күнекмәләрҙә ҡатнашыусыларға эвакуация юлдарының эшкә яраҡлығын һәм беренсел янғын һүндереү сараларының (ут һүндергестәр, янғынға ҡаршы һыу менән тәьмин итеү урындары) төҙөклөгөн тикшереү өсөн сауҙа нөктәһе вәкилдәре менән бинаны ҡарап сығырға тәҡдим итте.
Тикшереү барышында янғын часы һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәре вәкилдәре биналағы янғын сигнализацияһының төҙөклөгөнә, янғын осрағында кешеләргә хәбәр итеү системаһының эшләүенә, эвакуация һәм сығыу юлдарының торошона, иҙән-түшәмдәрҙең ниндәй материалдарҙан булыуына, янғында һәм ашығыс хәлдәрҙә персоналдың эш итә белеүенә иғтибар итте.
Тикшереү ваҡытына күпселек ут һүндергестәрҙең һаҡлау ваҡыты 2019 йылда тамамланыуы асыҡланды, ҡайһы берҙәре уңайһыҙ урындарҙа ҡуйылғайны.
Келәттәрҙә (1-се ҡат) эвакуация юлдары арбалар һәм йәшниктәр менән ҡапланған, был халыҡтың урамға сығыуына ҡамасаулай. «Магнит» магазинынан эвакуация сығыу ишеге бикле ине, шуның буйынса шелтә белдерелде.
Икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙа шулай уҡ сауҙа үҙәге хеҙмәткәрҙәренең ут һүндергестән файҙалана белеүе тикшерелде. Бында эвакуация ишектәре бинаның артындағы баҫҡыс майҙансыҡтарына сыға. Хеҙмәткәрҙәр ишектәрҙе тиҙ асты, сөнки биктәр асҡыслы түгел ине.
Сауҙа үҙәге етәкселегенә электр щитының дөрөҫ урынлаштырылмауы иҫкәртелде (баҫҡыс майҙансығы аҫтында, түшәм түбән), янғын сығыу осрағында электрҙы һүндереүгә ҡамасаулаясаҡ һәм бинаны уттан өҙөү мөмкинлеген бирмәйәсәк. Шулай уҡ ҡайһы бер биналарҙың әйберҙәр менән тултырылыуы, хәрәкәт йүнәлеше күрһәткестәре һәм эвакуация пландарының булмауы билдәләнде. Яуаплы берәмектәр тиҙ арала кәмселектәрҙе бөтөрөргә вәғәҙә бирҙе.
Тикшереү планына ярашлы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәттәре менән берлектә тикшереү күнекмәләре киләһе көндә район мәҙәниәт йортонда үткәрелде. Тикшереү барышында учреждение хеҙмәткәрҙәре эвакуацияланды. Янғын сигнализацияһының эшкә яраҡлығы, эвакуация юлдары һәм янғын осрағында хеҙмәткәрҙәрҙең дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге тикшерелде.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре менән үткәрелгән тренировка һәм аңғартыу занятиеһы бер нисә боҙоуҙарҙы асыҡланы. Күнекмәләрҙә ҡатнашыусылар бының етди һәм мөһим икәнлеген аңлар, тип ышанабыҙ. Сөнки бөтә ҡағиҙәләрҙең дә, инструкцияларҙың да ҡан менән яҙылыуы һәр кемгә мәғлүм. Һәр кем үҙ урынында яуаплы булып, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгән талаптарҙы үтәһә, юғалтыуҙар, фажиғәләр булмаясаҡ.