Батыр мәктәбененең алтынсы синыфында белем ала- яҡшы уҡыусы, уҡытыусыларҙың да, яҡындарының да ғорурлығы. Маҡсатсан, етди үҫмер белемгә ынтыла, кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Алты дөйөм белем биреү фәненән Бөтә Рәсәй тикшереү күнекмәләрендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Өҫтәүенә, ул талантлы ла: мәктәп, ауыл һәм район сараларындағы сығыштары көслө алҡыштарға күмелә, ул йырлай, бейей, шиғыр һөйләргә әүәҫ. Унда командир оҫталығы ла бар, хәрби-илһөйәрлек рухындағы конкурстарҙа ул бик оҫта етәксе.
Радмир атаһы Дамир Закир улы менән республика умартасылар конкурсында ҡатнашыуын иҫкә ала. Был уның мауығыуҙарының иң яратҡаны.
Спорт менән шөғөлләнеүгә ҙур иғтибар бирә. Бында ла атаһы- физкультура уҡытыусыһы уға өлгө булып тора. Үҫмер хоккей, футбол уйнарға ярата, яҡшы физик әҙерлеге төрлө спорт сараларында еңергә булышлыҡ итә.
Өйҙәрендә ул әсәһе Гөлназ Тимерғәли ҡыҙының, атаһының, апаһы Элинаның ҙур ярҙамсыһы. Компьютер алдында ултырырға ваҡыты ла, теләге лә юҡ...