Ферма мөдире Рөстәм Ялсин фермала күпләп быҙаулау осоро тамамланыуы хаҡында әйтте. Әле һауым буйынса уртаса тәүлеклек күрһәткес бер һыйырға ун литрҙан ашыу тәшкил итә. Быҙауҙарҙың артымы көнөнә 600 грамға етә.
Ҡышлатыуға мал аҙығы запас менән әҙерләнгән, шуға ла малдар бесәнде иркен ашай, фураж менән силос һәр саҡ рационда бар. Һыйырҙарҙы малсылар Вәли Ишкинин менән Рәфит Тимерәев, таналарҙы Рөстәм Вәлитов менән Илфир Табаев оҫта ҡарай. 2 айҙан 4 айғаса быҙауҙарҙы Альбина Ғөбәйҙуллина тәрбиәләй. Быҙау ҡараусы фермаға көнөнә ике килә, быҙауҙарға һөт эсерә, ашата, утлыҡсаларына аҡбур һәм тоҙ ҡуя. Һауынсылар Зөбәржәт Сурбаева, Фәнүзә Хәсйәнова һәм Люциә Яманһарина бурыстарын намыҫлы башҡара.
Хужалыҡта көтөү миҙгеленә әҙерләнәләр, ошо көндәрҙә йәйге лагерь тикшерелгән. Ферма мөдире әйтеүенсә, биналарға ремонт кәрәкмәй, ҡапҡаларҙы төҙөкләндерергә һәм кәртәләрҙән тиреҫ сығарырға ғына кәрәк.
“СП Юрматы” йәмғиәтендә малсылыҡ продукцияһы күләмен әкренләп арттырырға ниәтләйҙәр. Был йүнәлештә тәүге тәжрибә уңышлы булған һәм киләсәктә был эш дауам ителәсәк. Фермала әле 196 баш мал аҫрала, көҙгә 80 тирәһе һыйыр һатып алыу планлаштырылған.