+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2018, 11:57

Битараф булмағандар бергә атлай

Проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеге, ҡыҙыҡһыныуы, хатта уларҙың инициативалылығы мәсьәләнең көнүҙәк, тормош мохтажлығы булыуын күрһәтте.

Уҙған аҙна аҙағында район хакимиәте һәм Фёдоровка мәхәлләһе мәсете ҡарамағындағы Йәмәғәт советы инициативаһы буйынса активистар йыйылышы булды. Унда район һәм район үҙәгенең мөһим ваҡиғалары эсендә ҡайнаған, татар-башҡорт социаль-мәҙәни һәм мосолман дини сараларында һәм башҡа проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашҡан кешеләр йыйылды.

Был эште тәртипкә һалыу һәм маҡсатлы алып барыу зарурлығы барлыҡҡа килде. Тимәк, берләшергә, ниндәйҙер йүнәлеш биреүсе, яуаплы орган, совет булдырырға кәрәк. Ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәре һәм сығыштары был хаҡта асыҡ һөйләй.

Әңгәмәне Фёдоровка мәсете ҡарамағындағы совет ағзаһы, инициаторҙарҙың береһе Хәмзә Усман улы Мөрсәлимов башланы һәм йыйылышты алып барҙы.

-Фёдоровка мәхәлләһенең әүҙем ағзалары мәсет территорияһын, тирә-яҡты төҙөкләндереү буйынса күп эш башҡарҙы, мохтаж булған, күп балалы ғаиләләргә, райондың башҡа ауылдарында дини йорттар төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Мәсетебеҙҙе тышлауҙа матди ярҙам итте, башҡа изге эштәр башҡарылды. Уларға доғаларыбыҙҙы бағышлайбыҙ, әрруахтарҙы иҫкә алабыҙ.

Фёдоровка мәсете имам-хатибы Вәкил хәҙрәт Исмәғилев:

-Эйе, байтаҡ эштәр башҡарылды, эшләнәһеләре лә күп. Тәү сиратта беҙ халыҡҡа мосолмандарҙың дини эштәрҙе генә түгел, дөйөм йәмәғәт эштәрен башҡарыуыбыҙҙы ла аңлатырға тейешбеҙ. Барыһы ла Хоҙай ризалығы өсөн башҡарылған ҡылыҡтар.

Мәҫәлән, өйөңдө, ихатаңды, тирә-яғыңды, урамыңды тәртиптә тотоу, йәмәғәт урындарында сүпләмәү, мохтаж булғандарға, иман йорттарына ярҙам итеү- барыһы ла сауаплы эшкә инә. Шуларҙың барыһы өсөн дә баҡыйлыҡҡа күскәс яуап бирәбеҙ, был тормошта изгелектәр ҡылырға тейешбеҙ. Шуларҙан һуң үҙебеҙҙең күңелдәргә лә рәхәт бит?! Мәсетебеҙ ҡарамағында дини белем алыусылар өсөн мәҙрәсә төҙөргә кәрәк ине- бында инде ауыл халҡының ярҙамынан башҡа булмай. Төрлө ярҙамға ла шат буласаҡбыҙ. Беҙгә йәштәр менән эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, битарафлыҡтың Аллаһы алдында ҙур гонаһ, бәләкәйҙән биш ваҡыт намаҙ уҡыу- Хоҙай алдындағы иң ҙур бурысыбыҙ булыуына, өҫтәүенә, һәр кемдең физик һәм рухи сәләмәтлеге икәнлегенә төшөндөрөргә тейешбеҙ.

Ошо мәсьәләләрҙең барыһын да бергәләшеп хәл итеү фарыз.

Район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Асия Тимерғәли ҡыҙы Сәйфетдинова:

-Ысынлап та, йәмәғәтселек һәм дини орган менән берлектә бындай советты булдырыу- көнүҙәк мәсьәлә. Халҡыбыҙҙа төрлө характерлы, шул уҡ ваҡытта шәхси түгел, йәмәғәтселек, район, уның халҡының мәнфәғәтенә ҡағылышлы мәсьәләләр күп. Уларҙы асыҡлап, проблемаларҙы бергәләшеп хәл итергә кәрәк.

Йыйылышта урамдарҙағы, баҙар территорияһындағы (ниңә эшҡыуарҙар үҙҙәре сауҙа иткән участкаларындағы таҙалыҡ һәм тәртип өсөн яуап бирмәй?) сүп-сар мәсьәләһе, йылғаларыбыҙҙың бысраҡлығы, урамдарҙа сүп һауыттарының әҙ булыуы хаҡында һүҙ барҙы. Йыш ҡына өлкәндәрҙән әшәке һүҙҙәр ишетелә, балалар улар артынан ҡабатлай, уларҙы бер кем дә шелтәләмәй.

Булдырыласаҡ совет ағзалары кандидатуралары, киләһе йыйылыштың планы тәҡдим ителде. Әлеге йыйылыштағы дискуссия һәм тәҡдимдәр унда ҡатнашыусыларҙы борсой. Үҙ фекерҙәре менән Ф. Х. Ғөзәйерова, Р.Р Ҡадирова, Н.Н. Сәйетбатталова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе З.Р. Мөхәмәтйәнова һәм башҡалар бүлеште. “Ашҡаҙар таңдары” гәзите редакторы Г.Ф. Әхмәрова гәзит биттәрендә совет тормошон яҡтыртырға вәғәҙә итте, үҙ сиратында, район гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә, шатлыҡтары, проблемалары менән уртаҡлашырға саҡырҙы.


Гөлрайхан БАҠЫЕВА,

БР журналистар союзы ағзаһы.

Фәнис АҠСУРИН

фотоһы.
Читайте нас: