-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2018, 11:39

Һүҙ менән генә түгел, эш менән дә

Динес ауыл советы ауыл биләмәһе депутаты Валерий Петрович Семенов Кирюшкин ауылының, ауылдаштарының, урындағы әһәмиәттәге проблемаларҙы хәл итеү өсөн бөтә күңелен һалып эшләй. Уның ҡатнашлығында, инициативаһы буйынса бихисап мәсьәләләр ҡаралған.

Халыҡта ул ышаныс яулаған, ихтирам ҡаҙанған. 1980 йылдарҙа ла бер нисә мәртәбә депутат итеп һайланған. Яуаплы йәмәғәт эшлеклеһе үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы хәл иткән, шуға ла яҡташтары уның өсөн тауыш биргән.

Валерий Семенович ауыл шишмәләренең төҙөкләндерелеүендә әүҙем ҡатнаша, Мәктәп, Тау аҫты урамдарындағы юлдарҙағы тәртипте ҡайғырта. Уның алдағы пландарында- мәктәп яғына барған йәйәүлеләр күперен эшләп бөтөрөү, сөнки унан халыҡ, айырыуса балалар күп йөрөй. Динес ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте бүлгән аҡсаға был йүнәлештә эш башланған инде. Көндәр аяҙ торһа, ул оҙаҡҡа бармаясаҡ.

“Территориябыҙ халҡының һәр мәнфәғәтен мөһим тип һанайым һәм һәр мөрәжәғәт итеүсегә ҡолаҡ һалам. Башҡаса эшләп булмай. Кешеләр миңә ышанған икән, аҡларға тырышам. Ауылдаштарға, ауыл советы хакимиәтенә рәхмәт, улар миңә ҙур ярҙам күрһәтә. Шул арҡала ауыл именлеге өсөн һөҙөмтәле эшләп була”,- ти Валерий Петрович.

Ул йәмәғәт эше менән бергә мәктәп, клуб, балалар баҡсаһы ҡаҙанлығындағы оператор эшен дә, ғаилә мәшәҡәттәрен дә алып бара. Ҡатыны Антонида Васильевна, юл аша ире, дүрт балаһы менән йәшәүсе ҡыҙы Светлана ла- ҙур ярҙамсылары. Был ғаиләлә бер-береһенә ярҙам итеп йәшәргә күнеккәндәр, шуға күрә Валерий Петровичҡа йәмәғәт эше шатлыҡ ҡына килтерә.

“Урындағы үҙидара көнө байрамы алдынан коллегаларыма түҙемлек, көс, уңыштар теләйем. Депутаттарҙың иңендә яҡташтарының уңайлы тормошо хаҡына көндәлек мәшәҡәттәр ята, шуға ла бөтә мәсьәләләрҙә лә компетентлы булырға тейешбеҙ. Барыһына сәләмәтлек, үҙ участкаларында кешеләр өсөн тырышып эшләүҙәрен теләйем. Шул ваҡытта ғына эшебеҙҙән ҡәнәғәтлек аласаҡбыҙ”,- тип ҡотланы мәҡәләм геройы.

Динес ауыл советы ауыл биләмәһе депутаты Валерий Петрович Семенов мауығып эшләй, шуға ла бөтәһенә лә өлгәшә. Абруйлы һәм эшһөйәр халыҡ депутаты киләсәктә лә кирюшкиндарҙың именлеге өсөн эшләргә планлаштыра. Битараф булмаған кеше башҡаса булдыра алмай.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.


Фәнис АҠСУРИН
Читайте нас: