+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2018, 11:11

Халыҡҡа хеҙмәт итеү - почётлы һөнәр

Көн дә башҡаларҙың проблемаларын хәл иткән, яҡташтарына компетентлы ярҙам күрһәткән, битараф булмаған, яуаплы, эшлекле кәңәш алырҙай кешеләр район тормошонда юғары роль уйнай. 19 апрелдә район мәҙәниәт йортонда муниципаль власть, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре хөрмәтенә байрам концерты ойошторолдо.

Фойе талантлы кешеләрҙең ҡул эштәре, билдәле яҡташтар тураһындағы буклеттар, мәҙәни һәм спорт саралары фотоларынан коллаждар, райондың, үҙ ауылының үҫешенә тос өлөш индергән кешеләрҙең Почет грамоталары, Дипломдары, Рәхмәт хаттары менән биҙәлгәйне. Айырыуса Динес, Ҡораласыҡ, Федоровка, Тәнәй һәм башҡа ауыл биләмәләре экспозицияларының төрлөлөгө оҡшаны.

Район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов муниципаль власть органдары хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын йылы сәләмләне. Был тармаҡтағы эшмәкәрлекте ентекле анализлап, ул ыңғай һөҙөмтәләрҙе билдәләне, бурыстарын намыҫлы башҡарған, урындағы үҙидара мәсьәләләренә шәхси өлөшөн индергән, үҙ эшенең оҫтаһы булғандарға Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Читайте нас: