+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2018, 11:22

Техника эшкә әҙер

Яҙғы баҫыу эштәре яҡынлаша. Районыбыҙҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы ҡыҫҡа ваҡытта башҡарырға тырыша. “Линар” йәмғиәте базаһында (Гавриловка ауылы) уҙған семинарҙа был мөһим кампанияға әҙерлек тураһында эшлекле һөйләшеү барҙы.

Семинарҙың практик өлөшөндә район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов сығыш яһаны. Ул машина-трактор оҫтаханаһы территорияһында йыйылған агрономдарҙы, хужалыҡтарҙың инженер хеҙмәте белгестәрен һәм етәкселәрҙе сәләмләне. Венер Фәрит улы былтыр ауыл хужалығы предприятиеларының көйлө эше арҡаһында районда ҙур уңыш йыйып алыныуын билдәләне. Быйыл да семинарҙа ҡатнашыусыларға техниканы эшкә сифатлы әҙерләп, сәсеүҙе ваҡытында үткәрергә тәҡдим итте.

Яҙғы баҫыу кампанияһының бурыстары хаҡында хужалыҡ етәксеһе Вильнар Скрынников һөйләне. “Линар” йәмғиәтендә яйлап яңы культуралар индерелә башлаған. Быйыл яҙ 100 гектарға- шипкән, 390 гектар майҙанға гәрсис сәсергә планлаштырыла. 780 гектар майҙанға- көнбағыш, шул майҙандың 500 гектарына нулле технология буйынса майлы культуралар гибриды сәселәсәк. Барлығы 2000 гектар тирәһе майҙан сәсергә кәрәк буласаҡ. Бөтә сәсеү кампанияһы ла нулле технология буйынса үткәреләсәк тиергә була. Бының өсөн үҙйөрөшлө “Рубин” һиптергесе һатып алынған.

Сәсеүгә сығасаҡ бөтә техниканы линарҙар әҙерлек һыҙатына сығарған. Ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Р.Б. Хәлитов уларҙың техник характеристикалары менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәре барышында техника хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү һәм янғын хәүефһеҙлеге тураһында һөйләне.

Семинарҙа ҡатнашыусылар хужалыҡта орлоҡтарҙың һаҡланыуын ҡараны. Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Н.Ғ. Насретдинов келәттәр буйынса экскурсия барышында сәсеү материалын ағыулау кәрәклеген, юғиһә, уңыштың 30 процентын юғалтырға мөмкин булыуын әйтте. “Линар” йәмғиәтендә был эшкә ойошманан белгестәр саҡырғандар.

Семинарға йомғаҡ яһағанда ауыл хужалығы техникаһының әҙерлеге, орлоҡтар һәм кадрҙар менән тәьмин ителеүе буйынса тейешле тәҡдимдәр бирелде.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Гәрәй ХӘЛИТОВ фотоһы.
Читайте нас: