Сараға ойоштороусылар мотлаҡ мәктәп уҡыусыларын саҡыра. Һәләкәттә ҡатнашыусылар иҫән саҡта улар менән аралашып өлгөрөргә, был һәләкәт тураһында ентекле белергә кәрәк. Тик шул осраҡта ғына Чернобыль АЭС-ындағы авария ҡабатланмаясаҡ, был барыбыҙ өсөн дә ғибрәт буласаҡ. Йәш быуын ғүмерҙәре менән уларға бурыслы булған яҡташтарыбыҙҙың батырлығын белергә, ихтирам итергә тейеш. Илебеҙ тарихында ҡайғылы ваҡиғалар ҙа, геройҙар ҙа етерлек, әммә башҡаларҙан айырмалы чернобылселәр күҙгә күренмәгән, ҡурҡыныс дошман менән көрәшкән. Был эшкә сәләмәтлектәренә зыян киләсәген яҡшы аңлап барған.
Сараны алып барыусы Н.К. Зуенкова башҡалар менән бер рәттән Кузьминовка ауылынан Советтар Союзы Геройы Н.Т. Антошкинды ла атаны. Ул тәүге ун тәүлек буйы реакторҙы томалау буйынса шәхси состав менән идара иткән, юғары кимәлдә нурланыш алып күп тапҡырҙар станция өҫтөнән осҡан. Уны һәм башҡа яҡташтарыбыҙҙы, бөтә донъя һәләкәтен юҡ итеүселәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ, уларға рәхмәтле булыу, ихтирам итеү, ғорурланыу- беҙҙең бурысыбыҙ.
Был хаҡта муниципаль район советы рәйесе В.М. Хәлитов, Фёдоровка районында “Чернобыль” Союзы рәйесе Н.В. Кочетовский, Новоселка мәктәбе директоры Н.Е. Фёдоров һөйләне.
Чернобылселәр һәм башҡа һәләкәттәрҙә ҡатнашыусыларға ла бағышланды Н. Паленованың, Е. Веселованың, “Околица” район мәҙәниәт йорто ансамбленең йырҙары. Саранан һуң осрашыуҙа булған район хакимиәте, сәләмәтлекте һаҡлау, социаль хеҙмәттәр, Пенсия фонды вәкилдәре чернобылселәрҙең үтенестәрен тыңланы, уларға ҡарата ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе аңлатты.